Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш урындары булдырған эшҡыуарға 74 мең һум

Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш урындары булдырған эшҡыуарға 74 мең һум 15.08.2015

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында барлыҡҡа килгән республика программаһы ике йыл тирәһе эшләй. Яңауыл районында былтыр уға ярашлы  мөмкинлеге сикләнгән биш кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Быйыл тағы ла өс хеҙмәт урыны булдырылған.

Аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш кәрәк-яраҡтары һатыу менән шөғөлләнгән Ринаф Хәтмуллин етештереү эшен дә үҙләштерергә булған. Йүнсел теплица ҡороп, йәшелсә-емеш үҫтерергә ҡарар иткән. Бындай байлыҡты һаҡһыҙ ҡалдырып булмай, ти эшҡыуар. Теплицаға күҙ-ҡолаҡ булып торорға эшкә Ришат Мәхмүтйәновты саҡырған.

Ринаф Хәтмуллин, эшҡыуар: «Бында әле ҙур эш юҡ. Төҙөкләндереү эштәре генә бара. Һаҡсы бүлмәһен эшләйбеҙ. Ришат теплицаларҙы мониторҙар аша ғына күҙәтеп ултырасаҡ. Бик тырыш егет. Эштә һынатмаҫ, тип уйлайым».

Төҙөүселәр Ришатҡа һаҡсы бүлмәһе эшләй. Әле ул эш көнөн аяғөҫтө уҙғара. Теплицаларҙы бер әйләнеп сығыу ҙә мөмкинлектәре сикләнгән кеше өсөн ауыр, әммә һаҡсы эшенә зарланмай.
Ришат Мәхмүтйәнов: «Быға тиклем музыка менән мауыҡтым. Көндәрем компьютер артында үтә ине. Эш урыны табыуыма шатмын. Хәҙер әсәйемә аҡсалата ярҙам итәсәкмен».
Ришаттың үҙ йортонда ла хужалыҡ ярайһы уҡ ҙур. Эш һәр береһенә лә етерлек. Улы эшкә урынлашыу менән әсә кешегә ярҙам кәмегән. Шулай ҙа Ришат өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, ти ул.

Розалиә Мәхмүтйәнова, Ришаттың әсәһе: «Улымдың эшкә урынлашыуына бик шатмын. Компьютер артында ғына тик ултыра ине. Эшкә сыҡҡас кешеләр менән аралашып, яңы дуҫтар табып, ҡанатланып, хисләнеп ҡайтып инде».

Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә алыусыларға илдә аҡсалата ярҙам да ҡаралған. Компенсацияның күләмен һәр төбәк үҙе билдәләй. Шулай ҙа инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыусылар аҡса алыуға ҡарағанда, уның социаль әһәмиәтен күпкә өҫтөнөрәк ҡуялыр, тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку