Мөмкинлектәре сикләнгән кешенең ҡулында тимер ҙә бөгөлә

Мөмкинлектәре сикләнгән кешенең ҡулында тимер ҙә бөгөлә 08.08.2015

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә эш урыны биреүсе һәм уға шарттар тыуҙырыусы  эшҡыуарҙарға сығымдарын компенсациялау ҡаралған. Инвалидтарҙы  хеҙмәткә урынлаштырыу  дәүләт программаһына ярашлы, Яңауыл районында йәшәүсе ғәриптәр үҙен йәмғиәткә кәрәкле итеп тоя, башҡалар менән бер рәттән көн һайын эшкә йөрөй ала.

Фәнил Әхмәтхәнов тимерлектә ярты йылға яҡын эшләй. Ул метталлды эшкәртеүсе станоктар менән идара итә. Бер үҙе генә башҡара алмай әлбиттә, янында ярҙамсыһы ла бар. Уға эш биреүсе Сергей Смирнов менән  икәүләп  төрлө тимер киҫәктәренән сынъяһау  сәнғәт әҫәрҙәре яһайҙар. Фәнил эшен бик ярата. Ҡаланың төнъяҡ биҫтәһенә уны машинала әсәһе алып килә. Киләсәктә водитель танытмаһы алып үҙе транспорт менән идара итергә хыяллана.  
Сергей Смирнов, эшҡыуар: «Программа тураһында Интернеттан уҡып белгәйнем.  Мәшғүллек үҙәгенә  барҙым. Тимерлек өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ та эш башланыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку