Мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер

Мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер 16.02.2016

Өфөлә йәшәүсе Үзбәковтар ғаиләһе йылдан ашыу ер алыр өсөн сиратта тора. Әммә һөҙөмтә юҡ.

Эрик Үзбәков сираттары алға күсеү-күсмәүен белеү маҡсатында көн һайын компьютер артында: әммә бер ниндәй ҙә алға китеш юҡ. Улар сиратта  нисек 1204 -се торһалар, йыл ярым үтһә лә һаман бер үк урында, шул килеш. Уларҙың кинйә улдарында Норри синдромы, Марк күреү һәләтенән мәхрүм. Ғаиләнең тапҡан-таянғаны улдарын дауалауға китә. Күптән түгел  Марк яҡтылыҡты тоя башлаған.
Эрик Үзбәков, Марк Узбәковтың атаһы: «Күреүегеҙсә, улыбыҙ күҙгә күренеп үҫә. Тиҙҙән ул хәрәкәт итә башлаясаҡ. Беҙгә уның хәрәкәттәрен сикләмәҫ өсөн бәләкәй генә урын кәрәк. Мин ер алған бәхетле кешеләрҙең хәл-әхүәлен белергә булдым. Әммә унда бер ниндәй ҙә яҡты, заманса мәктәптәрҙе лә, балалар баҡсаларын да, уйын майҙансыҡтарын да , унда яңғырап торған шат тауыштарҙы ла  күрмәнем.  Бөтә ерҙә лә тынлыҡ».
Өфө ҡала хакимиәтендә ергә сират аҙ ғына булһа ла кәмей бара тип яуапланылар.2012 йылдан ер участоктарына инвалид бала тәрбиәләүсе дүрт йөҙләп кенә  ғаилә эйә булған.
Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙ мөмкинлеге сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бүленгән ер биләмәләрен дә барып ҡараныҡ. Меңәрләгән ғаилә  сират етеүен көтә. Әммә билдәләнгән урында ер үлсәү эштәре башҡарылмай. Оҙайлы сиратта тороусы  инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡасан ерле булыр? Һорау әлеге көнгә тиклем асыҡ ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку