Мәләүез районының Үрге Юлдаш һәм Нурдәүләт ауылдары халҡын ер мәсьәләһе борсой

Мәләүез районының Үрге Юлдаш һәм Нурдәүләт ауылдары халҡын ер мәсьәләһе борсой 01.12.2015

Ике ауыл  араһындағы ерҙә карьер ҡаҙа башлауҙары ихтимал. Был осраҡта малдарға көтөүлек, бесәнлек ҡалмай. Салауат ҡалаһына терәлеп торған  ауылдар былай ҙа иркенләп мал көтә алмай. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп прокуратураға хат менән мөрәжәғәт иткән. Ер өсөн көрәш кем файҙаһына тамамланыр?

Үрге Юлдаш менән Нурдәүләт ауылдары халҡы аптырашта. Былтыр көтөүлек урынында Ергән ауыл советы тәрән соҡор ҡаҙып ҡалдырып китһә, тиҙҙән был  урындың 42 гектарын ошондай уҡ яҙмыш көтә, ти улар. Күптән түгел  ауыл эргәһенә  ер үлсәүселәрҙең килеп геологик разведка үткәреүен күргәндәр.
Быға тиклем Юлдаш ауылы янындағы  бик күп гектар ерҙәр Салауат ҡалаһына күскәнлектән, ауыл кешеләре  был көтөүлектән дә ҡолаҡ ҡағабыҙ тип бара.
Халыҡ геологик разведка яһаусыларҙың ҡулында лицензия барлығына, хатта, һатыу-һатып алыу килешеүе барлығы булыуын иҫбатлай. Нисек  ауыл эргәһендәге ер  халыҡтың фекерен иҫәпкә алмай һатылған? Бында  элек «Салауат»  колхозы иген сәскән. Ерҙәр колхозға ҡуртымға бирелгән. Тимәк, бындағы хәлде  уның хужаһы белергә тейеш.
Ерҙе ҡуртымға алыусы был хәбәрҙе беҙҙән беренсегә ишетеүе сәйер тойола. Беҙ район хакимиәтенә юлланабыҙ.
Рафаил Рафиҡов, Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Мәләүез ҡалаһы һәм районы буйынса комитеты рәйесе: «Әле ул ер дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылмаған. Унда ҡаҙыныу эштәре лә бармай. Карьер ҡаҙыу өсөн тәүҙә ерҙе ауыл хужалығына тәғәйен категориянан сәнәғәт өсөн итеп үҙгәртергә кәрәк. Ул хөкүмәт аша эшләнә. Уның өсөн ерҙе алыусылар тәүҙә беҙгә мөрәжәғәт итә һәм беҙ урындағы халыҡты йыйып уларҙың фекерен тыңлағандан һуң ғына хат яҙабыҙ».
Асыҡланыуынса, Салауат ҡалаһындағы «ЭКО-спас» йәмғиәте былтыр Мәләүез районы хакимиәте рөхсәте менән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан  ерҙә геологик тикшереүҙәр үткәрергә лицензия алған. Был документ  карьер соҡорға рөхсәт бирмәй әле. Уның өсөн йәмғиәт район хакимиәтенә тағы мөрәжәғәт итергә  тейеш һәм ауыл халҡы менән йыйылыш үткәргәндән һуң ғына ерҙең категорияһын үҙгәртергәме, юҡмы икәнлеге хәл ителә.Был «Ер кодексы»на ярашлы эшләнә.  




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика