Мәләүез районында йәшәүсе ҡыҙ һауа торошоноң нисек буласағын алдан һиҙә

Мәләүез районында йәшәүсе ҡыҙ һауа торошоноң нисек буласағын алдан һиҙә 05.03.2016

Гидрометүҙәк хеҙмәте булмаған саҡта элек халыҡ тәбиғәт күренештәрен  күҙәтеп һынамыштар төҙөгән. Был игенде ҡасан сәсергә,  урырға һәм башҡаһы өсөн кәрәк булған. Хәҙер был шөғөл онотолоп бара,  ярты сәғәт һайын радио-телевидение аша һауа торошоноң нисек булыры тураһында мәғлүмәт сығып тора. Тик Мәләүез районының Туғай ауылында йәшәүсе Наилә генә  был йәһәттә үҙ тәжрибәһенә таянырға күнеккән.

11 йәшлек Наилә халыҡ һынамыштарын  яттан белә. Мәләүез районында йәшәүсе ҡыҙ һауа торошоноң нисек буласағын алдан һиҙә.Яҡын  көндәргә генә түгел, миҙгелдең нисек килерен әйтеп бирә. Дүрт йыл буйы өйрәнеүҙәренә  нигеҙләнеп график төҙөгән.    
Наилә Яҡупова: «Йыл һайын һауа торошо тураһында мәғлүмәт киңәйә, мин тәжрибә туплаған һайын алдан күҙаллау еңеләйә. Быйыл ҡыш ҡарлы булды, тимәк, йәй ямғырлы килә».  
Шуныһы ҡыҙыҡ, йылдың  бер көнөндә  һауа торошоноң оҡшаш булыуы билдәләнә,  ти ҡыҙ. Уның  графикаһында был асыҡ күренә. Ғинуар айының бер көнөндә йыл һайын һыуыҡ булған, һәм  плюс менән билдәләнгән көндәр ҙә  ҡабатлана. Шулай ҙа үҙгәрештәр ҙә бар,2012 йылдан бирле ҡыштың  йылына барыуы  күҙәтелә.
Тәбиғәтте күҙаллауҙары буйынса яҙған эштәре менән Наилә Яҡупова республикала уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша. Һәр ваҡыт беренсе урынды ала. Һауа торошон  үҙ аллы ентекле өйрәнеүселәр күп түгел. Быйыл йәй ямғырлы,уңыш мул була, ти  Наилә. Ғәҙәттә ул күҙҙаллауҙарында яңылышмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку