Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан ҡаты режимлы 7-се  холоҡ төҙәтеү колонияһында бөгөн иман йорттары асылды 06.11.2014

Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ойшторолған учреждениела быға тиклем мәсет тә сиркәү ҙә булмай. Ике меңгә яҡын кеше өсөн намаҙ ҡылыу  бүлмәләре генә эшләгән. Быйыл  иркенән мәхрүм ителеүселәр көсө менән урында иман йорттары сафҡа инде.

Яңы төҙөлгән иман йортонда хөкөм ителеүселәр тәүге тапҡыр намаҙ ҡыла. Доғаларҙы яттан белмәһәләр  ҙә бында килгән һәр кем рухи таҙарынырға ынтыла, ҡылған гонаһтары тураһында уйлана. Хөкөм ителеүеселәр араһында Данил Бикәнов та бар. Ир күптән түгел дин юлына баҫҡан. Уның тәҡдиме буйынса яңы мәсеткә «Юлдаш» тип исем бирергә булғандар.
Иркенән мәхрүм ителеүселәрҙе Мәсет асылыу тантанаһы менән ҡотларға Бөтә Рәсәй мосолмандарының диниә назараты рәйесе  Тәлғәт Тажетдин килде. Иман йортонда тәүге өйлә намаҙы уҡылды. Колонияла көн күреүсе ир-егеттәр  буш ваҡытын мәсеттә үткәрергә һәм дини ҡанундарҙы өйрәнергә ниәтләй.  
Мәсет менән бер көндә колонияла тәүге Сиркәү ҙә сафҡа инде. Уны төҙөкләндереү, иконалар төшөрөү кеүек эштәрҙә хөкөм ителеүселәр әүҙем ҡатнашҡан. Иман йортон тәртиптә тотоу бурысы ла улар иңенә ятҡан. Иконаларҙың күпселеген  һүрәт төшөрөргә оҫта Валера Дашкевич эшләгән. Изгеләрҙең йөҙөн аҡ ҡағыҙға күсереүе еңелдән түгел, ти ул.
Иман йорттары холоҡ төҙәтеү колонияларында 1980-се йылдарҙан алып төҙөлә. Статистика күрһәтеүенсә, мәсет һәм сиркәүҙәр хөкөм ителеүселәргә боҙоҡлоҡтан һәм яман уйҙан арынырға ярҙам итә. Дин юлына баҫыусылар сабыр булырға өйрәнә.
Мәсет һәм сиркәү бер-береһенән алыҫ түгел урынлашҡан. Иман йорттарын хөкөм ителеүселәр көсө менән 3 йыл эсендә күтәрелгән. Бынан ары һәр теләүсе буш ваҡытын Алла йортонда үткәрә ала.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика