Мәктәпкә - балта менән! 07.11.2016

Бөрйән районы Ямаш ауылы балалары дәрескә шулай йөрөргә мәжбүр. Төпкөл ауылдан Ғәлиәкбәргә уҡырға килеүҙәрен улар видеоға төшөрөп Интернет селтәренә һалған.

Видеояҙманан күренеүенсә, балта тотҡан балалар ысынлап та, Ғәлиәкбәргә урман- тауҙар аша юллана. Ямашта, уны Үрге Нөгөш тип тә йөрөтәләр, мәктәп ябылған. 12 саҡырым алыҫлыҡтағы күрше ауылға  уҡыусылар йыл әйләнәһенә йәйәү атларға мәжбүр,  мәктәп автобусы йөрөмәй.  Ғәлиәкбәрҙә интернат юҡ, улар аҙна буйы туғандарында йәшәй. Уҙған шәмбе ауылға ҡайтып барғанда  бүрегә осрайҙар. Йыртҡыстан ҡасып ҡотолалар, ә йәкшәмбе кире юлға балта менән ҡоралланып сығалар.
Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, киләһе йыл  урман хужалығының янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән  юлын тәртипкә килтереп уҡыусыларҙы вездеход менән  ташыуҙы ойоштороу ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика