Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсының төбәк этабы еңеүселәре асыҡланды 15.02.2017

Халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы бәйге  республикала 4-се тапҡыр уҙа, ижади ярышты "Башҡортостан ҡыҙы" журналы ойошторған.

Быйыл әҙәби конкурсҡа республика төбәктәренән өс тиҫтәгә яҡын эш килгән. Ҡатнашыусылар араһында арҙаҡлы яҙыусылар ҙа, киң йәмәғәтселеккә  билдәле булмаған ҡәләм эйәләре лә бар. Хикәйәләр аноним рәүештә ебәрелә һәм  яҙыусының исеме баһалар ҡуйылғас ҡына асыҡлана.  Быйыл еңеүселәр исеменә Таңсулпан Ғарипованың "Һабаҡ", Сабир Шәриповтың "Барабансы", Миңнур Ҡасимованың "Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем" хикәйәләре лайыҡ булған. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Тамара Искәндәриәнең әҫәрҙәре дәртләндереү приздары менән билдәләнде.

Яҙыусы, ғалим Мәхмүт Ҡашғариның исеме төрки донъяһында киң билдәле. Уның исемендәге хикәйәләр конкурсы Евразия яҙыусылар берлеге тарафынан иғлан ителгән. Ижади бәйгелә йыл һайын өс тиҫтәгә яҡын ил вәкилдәре ҡатнаша, Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре лә доньяуи кимәлдә лайыҡлы урын яулар тип ышанабыҙ, ти ойоштроусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика