Мөхәббәт, мәңгелек һәм тормош өсөн!

Мөхәббәт, мәңгелек һәм тормош өсөн! 25.04.2015

Бөгөн ошо девиз аҫтында  Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһы эргәһендә  ағас ултыртыу өмәһе уҙҙы.  Һыҙатҡа  мең төп тирәк ултыртылды.  

Иртәнге сәғәттәрҙә үк туфлиҙарын резина итектәргә  алыштырып, бирсәткәләр кейеп Өфөнән генә түгел, башҡа ҡалаларҙан да  килеүсе  йәштәр эшкә  ашыҡты. Бер остан икенсеһенә тиклем еп һуҙып рәттәр билгеләнде. Өмәселәр яйлап  килә торҙо, кеше күбәйгән һайын эш ыраны.  
Ағас ултыртыу  өсөн Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһының М5 трассаһына ҡараған өлөшө һайланған. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың иң кесеһе коляскала ятһа, иң олоһо етмешен  тултырған.  Рафаил Шафиҡов Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында йәшәй. Йәшеллек оло  юлдың  шау-шыуынан аралап торор, ти уҙаман.
Яу ҡырҙарында ятып ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә ағас  ултыртыу идеяһын  инициатив төркөм күтәреп сыҡҡан. Был ниәтен улар республика башлығына еткереү менән,  урын  билдәләнгән. Ағастар ҡаланы йәшелләндереү хужалығынан бүленгән. Һыҙат  өсөн пирамидаль тирәк һайланған.  
Өмәселәр араһында ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Иң шатлыҡлыһы - балаларҙың күп булыуы.  Патриотик акцияла ҡатнашыусы һәр кем ултыртҡан  ағасын үҙенең  яу ҡырында ятып ҡалған яҡындары  рухына бағышланы.
Мең төп ағас бер нисә сәғәт эсендә ултыртылып  та бөттө. Өмәлә ҡатнашыусыларға ялан кухняһы ла ойошторолдо.   Эшләп арыған һәр кем тәмле бутҡа, салат,  сәй һәм тәмлекәстәр менән   тамаҡ ялғаны.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку