Мәңге хәтерҙә 30.07.2016

Шаран районының Иҫке Тамъян ауылы халҡы һуғыш ветерандары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.

Ошо көндәрҙә улар подполковник дәрәжәһенә еткән Нәсих Төхвәтшин иҫтәлегенә осрашыу үткәрҙе. Сараға ауылдаштары, туғандары килде. Тарихтан билдәле булыуынса, 1943 йылдың йәйендә Курск дуғаһының Прохоровка ауылы эргәһендә танк ғәскәрҙәренең ҡаты бәрелеше була. Һуғышта өлкән лейтенант, рота командиры булып хеҙмәт иткән Нәсих Төхвәтшин был алышта ҡаһарманлыҡ күрһәтә.  Ул етәкләгән танк экипажы 100 ашыу дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә.
Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа үҙенең ҙур өлөшөн индергән Иҫке Тамъян батырына ауылдаштары оло рәхмәтле. Әленән-әле Нәсих Төхвәтшин тураһында төрлө мәғлүмәттәр табып, эҙләнеү эштәре алып баралар. Уларҙа ауылдың бер урамына подполковник Төхвәтшин исемен биреү теләге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика