Мәңге хәтерҙә 27.10.2014

Яу яландарында һәләк булған һалдаттарға исемдәрен ҡайтарыу эшендә эҙәрмәндәрҙең роле әйтеп бөткөһөҙ. Йыл һайын Рәсәй буйынса меңәрләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр изге ниәт менән илдең һуғыш үткән төбәктәренә йүнәлә. Шул уҡ ваҡытта отрядтарҙың эшмәкәрлеге бик етди талаптарға яуап бирергә тейеш. Эҙәрмәндәрҙең белем кимәлен тикшереү, уларҙы үҙ-ара таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Киров өлкәһендә Волга буйы федераль округы эҙәрмәндәр отрядтарының слеты үтте. Сарала 14 төбәктән 400-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Үҫмерҙәр, әйтерһең дә, тәжрибәле хирургтар, көрәк-бумалалар - уларҙың эш ҡоралдары. Шартлы һөйәк ҡалдыҡтары менән эш итеү - ярыштың иң яуаплы этабылыр, моғайын. Баһалама ағзалары һәр хәрәкәтте күҙәтә. Башҡортостан йыйылма командаһы конкурста яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Йәштәр шөғөлөнә бик етди ҡарай.
Башҡортостан йыйылма командаһында экспедицияларҙа инде күп тапҡырҙар ҡатнашыусылар, яу яландарына тәүгә килеүселәр ҙә  бар. Ләкин уларҙың һәр береһе тәүҙә ентекле әҙерлек үтә.
Эҙәрмәндәр эшмәкәрлегенең төп мәғәнәһе - билдәһеҙ яугирҙарға исемдәрен ҡайтарыу. Шуға ла отрядтарға тик яуаплы, үҙ илен, уның тарихын һөйөүсе йәштәр эләгә. Экспедицияларға йөрөүҙе башлау алдынан уларҙың һәр береһе әҙерлек үтергә тейеш. Төп иғтибар снарядтар һәм һөйәктәр менән эш итеүгә бүленә.
Бынан тыш, эҙәрмәндәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә, торған урынын билдәләүгә, медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Үҫмерҙәрҙең теоретик белеме тематик викториналарҙа ла тикшерелде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар тарихты, ҡорал төрҙәрен белеүен күрһәтте. Слет тәүгә үтеүгә ҡарамаҫтан, эҙәрмәндәр яҡшы белемле, тип билдәләй жюри ағзалары.  
Ярыштарҙан тыш, слет эҙәрмәнлек мәсьәләләренә бәйле конференция менән тулыланды. Йәштәрҙе хәрәкәткә йәлеп итеү, патриотик тәрбиә йәһәтенән айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләй ҡатнашыусылар. Һәр төбәк делегацияһы үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Уларҙың күбеһе экспедицияларҙы рәсмиләштереү эшен еңеләйтеү, рөхсәтһеҙ ҡаҙыусылар өсөн язаны ҡәтғиләштереүҙе тәҡдим итте.  
Слет аҙағында лайыҡлыларҙы билдәләү тантанаһы үтте. Башҡортостан йыйылма командаһы 5 диплом менән баһаланды. Наградалар эҙләү миҙгеле һөҙөмтәләре һәм отрядтар эшмәкәрлегендә ҡулланылған инновациялар өсөн бирелде. Шулай уҡ ике викторинала күрһәтелгән  һөҙөмтәләр ҙә диплом менән билдәләнде.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика