Әлшәй районында мосолмандарҙың изге байрамына һарыҡтар махсус диета буйынса һимертелә 02.10.2014

Урындағы хужалыҡтарҙың береһендә ваҡ малдың ите татлы булһын өсөн уларҙы тәрбиәләүҙә бөтә талаптар ҙа теүәл үтәлә.

Көнөнә бер нисә тапҡыр бирелгән һоло, айырым тәрбиә һәм һаҡсыл мөнәсәбәт. Ҡорбан байрамына ваҡ мал махсус һимертелә. Хужалыҡтағы 200 баш һарыҡтың тиҫтәһе аҙбарҙан сыҡмай ҙа тиерлек. Фермер әйтеүенсә, ҡорбанға оҙатыласаҡ мал махсус аҫрала. Малдың бөтә ағзаһы ла теүәл, һау булырға тейеш.

Әлшәй районының Балғаҙы ауылында тыуып үҫкән Дамир Хажиев фермерлыҡ эше менән күптән шөғөлләнә. Хужалығында эре мөгөҙлө мал, 200-ҙән ашыу ҡаҙ, умарта тота, ә инде ғаилә һарыҡсылыҡ тармағына ныҡлап быйыл тотонған. Йүнсел Романов, Куйбышев, Волгоград кеүек тоҡомло ҡуйҙарға түгел, ә ерлектәге ваҡ малдарға өҫтөнлөк бирә.

Һорау булғас, тәҡдим дә арта. Ғаилә киләһе йыл ваҡ малдар һанын 500-гә еткереү бурысын ҡуйған. Әйткәндәй, һарыҡтарға мосолмандарҙың изге байрамынан тыш, башҡа көндәрҙә лә ихтыяж юғары.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика