Өлгөлө йорт, ихата ниндәй булырға тейеш?

Өлгөлө йорт, ихата ниндәй булырға тейеш? 26.09.2014

Өфөлә иң яҡшы йорт, ихата һәм урамды асыҡлау буйынса  уҙғарылған конкурсҡа тиҙҙән йомғаҡ яһала. Әле комиссия ағзалары ҡатнашыусыларҙың  адрестары буйынса рейд үткәрә.

Шарлауыҡта таштан ташҡа бәрелеп аҡҡан һыу быуаға  төшә лә фонтан булып атыла. Яһалма күлдә уйынсыҡ аҡҡош менән  ысын  балыҡтар бергә йәшәй. Нуғай ҡасабаһында Тәхфәт Ғәйнан улы яңы йорт һала башлау менән бер рәттән уның эргәһен  төҙөкләндереүгә тотона. Ихатала итек кейеп бысраҡҡа батып йөрөгө килмәне, ти ул.
Йәшелсәләрҙең баҡсала үҙ урыны бар. Бындағы һәр нәмәне Төхфәт Ғәйнан улы үҙ ҡулдары менән булдырған. Бөрөнән алма  үҫентеләре алып ҡайта. Виноградтың алты төрөн ултырта.   Беҙҙең яҡта һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе  күргәҙмәләрҙә эҙләп таба. Уларҙы  ла теләһә нисек түгел, билдәле бер тәртиптә ултырта. Береһенең  сәскәһе ҡойолоуға эргәһендәгенеке ата  башлай. Ҡайһы берҙәренең хатта, ҡар яуғас та сәскәһе ҡойолмай икән.  15 сутый ерҙе ошондай  әкиәти урынға әйләндереүгә бер йыл ваҡыт киткән.
Ә бына Өфө районының  Романовка ҡасабаһында йәшәүсе Сокольниковтарҙың ғаилә башлығы балыҡҡа  алыҫ йөрөмәй. Ул уны ихатаһындағы быуала үрсетә. Йәшәргә тип һатып алған урын   һаҙлыҡлы  булып сыға. Берәүҙәр  быға ҡайғырыр ине. Сокольниковтар иһә, ер аҫтынан бәреп торған шишмәләргә ҡушып һыу ағыҙып быуа яһай.  
Ирина Сокольникова, «Иң яҡшы ихата» конкурсында ҡатнашыусы: «Өй эргәһендә быуа булдырыу идеяһы үҙенән-үҙе тыуҙы. Тормош иптәшем балыҡсы. Көн дә эштән ҡайта ла ошонда сыға. Тота ла кире һыуға ебәрә.  Бында һаҙан һәм табан балыҡтар үрсетәбеҙ. Уларҙы көн һайын ашатабыҙ».  
Быуа хужаларға оҡшап ҡала һәм уның эргәһендә тағы икенсеһен эшләй,  күпер һала. Һуңғы эшләнгәне  минеке, тәүгеһе иремдеке, ти  Ирина Петровна. Эҫе көндә бында һыу инергә лә була.
Бер ай дауамында барған конкурсҡа  22 ғариза ҡабул ителгән. «Иң яҡшы урам» номинацияһында ғына ҡатнашырға теләүселәр аҙыраҡ булып сыҡҡан.  Бәйге икенсе йыл үткәрелә. Киләсәктә ул дауам ителер тип көтөлә. Ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәре ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығына мөрәжәғәт итә ала.  Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы октябргә билдәләнгән. Йорт эргәһендә ошондай  матурлыҡ  булдырыу, уны көн һайын  тәрбиәләү үҙе үк еңеү. Ялҡаулыҡты, битарафлыҡты еңеү.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку