Өлгөлө ғаилә

Өлгөлө ғаилә 28.07.2014

Йәрмәкәй районында йәшәүсе Арыҫлановтар ғаиләһен урындағы халыҡ шулай тип атай.  Алдынғы ҡарашлы, һәр яҡлап та белемле, матурлыҡҡа ғашиҡ, донъя көтөүгә иҫ киткес тырыш, күркәм холоҡло Арыҫлановтар районда күптәргә өлгө булып тора.

8-се тиҫтәне уҙған Шалисә Арыҫланова бер генә минутҡа ла тик ултырмай. Матур итеп баҡса үҫтерә, ҡош -ҡорт ҡарай. Шалисә Зәки ҡыҙы 44 йыл Йәрмәкәй ауылында бухгалтер булып эшләй. Тормош иптәше менән биш тиҫтә йыл гѳрләтеп донъя кѳтә, 3 бала тәрбиәләй. Хәҙер ағинәйҙең бер ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәһе бар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Шалисә Арыҫланова саҡ дүртенсе синыфты тамамлаған була. Атаһы һәм ағаһын фронтҡа оҙатҡандан һуң, барлыҡ тормош мәшәҡәттәре уның иңенә төшә, ләкин ауырлыҡтарға бирешмәй, һәр саҡ юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Бала саҡтан тырыш булып үҫкәнгә, балаларында ла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Бәхеткә ынтылып йәшәгән Арҫлановтар үҙ яҙмышын үҙҙәре төҙөп, тулы тормошта йәшәй. Һәр тыуған көнгә ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп көн итеүе ошоға асыҡ миҫал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку