Летчиктар урамынан осоусылар

Летчиктар урамынан осоусылар 25.11.2015

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге Летчиктар урамында урынлашҡан Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернатында  әле 300-ҙән ашыу  курсант белем ала. Уларҙың алты тиҫтәһе -ҡыҙҙар.

Ун биш йыл  дауамында эшләп килеүсе кадет корпусы Башҡортостанда берҙән-бер. Ул илдең Хәрби-һауа көстәре юғары уҡыу йорттарына тиклем әҙерләү системаһына индерелгән. Белем усағын тамамлаған кадеттар илдең  хәрби һауа көстәре структураларында хеҙмәт итә.  Курсанттар хәрби авиация һәм парашют- десант әҙерлеге үтә. Мәктәп-интернатта армиялағы кеүек ҡаты дисциплина. Әйтергә кәрәк, курсанттарға кәрәҙле телефон, ноутбук һәм башҡа замана гаджеттары менән ҡулланыу тыйыла. Улар  махсус тектерелгән формала йөрөй. Белем усағына уҡыусылар етенсе синыфтан һуң ҡабул ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку