Леруа Мерлен сауҙа селтәренән  йөк ташыған водителдәргә хеҙмәт хаҡы түләнмәгән 02.03.2015

Өфөлә йәшәүсе Павел Попов улы менән яуаплылығы сикләнгән «Промкарготранс»  йәмғиәтенә былтыр эшкә  бара. Әммә бер айлыҡ хеҙмәт хаҡы алырға ваҡыт еткәс уларҙы эшкә алыусынан елдәр иҫә. Хеҙмәте  өсөн аҡса ала алмаған ғаилә  судта ла, прокуратура ла ла  яҡлау тапмай.

Бер ай буйына  Леруа Мерлен магазинынан тауар ташыған өсөн Павел Поповҡа бер тин дә аҡса түләнмәгән. Ул былтыр  сауҙа селтәренән йөк ташырға улы менән бергә урынлаша. «Промкарготранс» йәмғиәте тәжрибәле водителдәрҙе эшкә саҡырыуы тураһында улар интернеттағы иғландан белеп ҡалалар. Бер ай һынау ваҡытын үткәс,   тейешенсә документтар менән рәсмиләштерергә вәғәҙә итәләр.
Павел Попов, зыян күреүсе: «Бер айҙан һуң беҙҙе Хеҙмәт кодексына ярашлы рәсмиләштерерҙәр тип ышандыҡ. Һүҙҙә генә килешеү буйынса эш килеменең илле проценты беҙгә тейешле ине. Бер айҙан һуң беҙҙе эшкә ҡабул итеүсе кеше юҡ булды».
Павелдың ҡулында йөк  автомобиленең   ҡуртымға  бирелеүе хаҡындағы килешеү  һәм  тауар чектары ғына.  Етмәһә улар ай буйына   йөк автомобиленә    яғыулыҡты үҙ  кеҫәһенән түләгән. Башҡарылған эш килеменең илле проценты Поповтарға  тейешле була.  
Павел Попов, зыян күреүсе: «Беҙҙең Леруа менән эшләгәнде  иҫбатлаусы бөтә шаһиттар бар. Уларҙы ғаризала күрһәттек. Әммә уны  ҡарау көнөнә беҙҙе лә уларҙы ла судҡа  саҡырманылар. Һәм һуңынан ғаризаның мөҙҙәте үткән тип кенә яуапланылар».
«Промкарготранс» -  йәмғиәте етәксеһе Семен Пилюгин  был эштә белмәмеш булыуҙан ары китмәй.  Һуңғы йылдарҙа береһе артынан икенсеһе бәшмәктәй  ҡалҡып сыҡҡан ҙур сауҙа селтәрҙәре баҙарҙа үҙ урынын тиҙ тапты. Уларҙың килеме өсөн аралашсы булғандарҙың намыҫһыҙлығы арҡаһында ябай эшселәр зыян күрә.  Көн һайын иртә таңдан төнгәсә  бушҡа  тауар ташып һуңынан һаулығы ҡаҡшап дауаханаға эләккән улы өсөн әсәһенең йөрәге әрней.
Тамара Попова, Павел Поповтың әсәһе: «Беҙҙең илдә хоҡуҡ боҙоусы Пилюгин Семен Михайлович кеүек кешеләргә юл асылды.  Үҙ хоҡуҡтарын белеп еткермәгәндәрҙең хеҙмәтен  файҙаланып иркенләп йәшәйҙәр. Ике суд ултырышы үтте. Пилюгин – «Мин ул ваҡытта сит илдә инем», тип кенә яуапланы».
Водителдәрҙе эшкә алған Евгений Милорадов һыуға төшкәндәй ғәйеп булған. Хеҙмәт килешеүе булмағас, дөрөҫлөктө иҫбат итеү ауырлаша. Эш биреүсе ойошма хужалары күптән инде бәйләнешкә сыҡмай. Юрист  Валерий Шәрипов әйтеүенсә, хеҙмәт мөнәсәбәттәре булмағас, судта был эште бөтөнләй икенсе юҫыҡтан тикшерергә кәрәк. Хеҙмәт кенәгәһе асылмаған йә хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән икән, был низағ гражданлыҡ мөнәсәбәттәре булараҡ ҡаралырға тейеш, ти белгес.
Роза Кузьменко, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: «Хеҙмәт кодексының алтмыш етенсе статьяһына ярашлы эш биреүсе өс көндә  мотлаҡ  хеҙмәт  килешеүе төҙөргә тейеш. Быйыл беренсе ғинуарҙан эшселәрҙең хоҡуҡын боҙған өсөн административ штрафтар артты.Хеҙмәт килешеүе тейешенсә төҙөлмәгән йә бөтөнләй юҡ икән,  бының өсөн штраф суммаһы ике тапҡыр артты. Мәҫәлән, ул йөҙ меңгә тиклем барып етә».
Ай буйы тир түккәне  өсөн хаҡ ала алмағандар бер  Поповтар ғына түгел. Уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Был йәһәттә хоҡуҡ боҙоу бигерәк тә ваҡытлыса эш биреүселәр баҙарында йыш күҙәтелә. Көрсөк. Күп кенә ойошмаларҙа ҡыҫҡартыуҙар бара. Эшһеҙ ҡалған кешеләр  теләһә ниндәй шарттарҙа хеҙмәткә урынлашырға риза. Ошондай мәлде файҙаланып кеше көсөн бушлай ҡулланып ҡалырға тырышыусыларҙың  күбәйеүе ихтимал.  
Эшкә урынлашҡанда  Хеҙмәт кодексына ярашлы  рәсмиләштерергә кәрәклекте онотмаҫҡа кәрәк. Һуңынан  аптырап  йөрөмәҫкә. Ғөмүмән,  «Теләһә ниндәй хеҙмәт- түләнергә тейеш».
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика