Үлемһеҙ гарнизон

Үлемһеҙ гарнизон 09.04.2015

Брест ҡәлғәһе тарихҡа ошо исем аҫтында инеп ҡалған, һәм был һүҙҙәрҙә тарихи ысынбарлыҡ  ярылып ята. Белорусия ерендә урынлашҡан Брест  немец илбаҫарҙарының һөжүмен иң тәүге булып ҡабул итә. 22 июндә үк   9 меңдән ашыу хәрби һәм уларҙың ғаиләләре  өҫтөнә бомбалар яуа башлай.  Совет ғәскәрҙәре тиңһеҙ булмаған  ошо алышта  2 меңләп  һалдатын юғалта, тағы 5 меңдән ашыу кеше әсирлеккә эләгә.  Үлем эсенән иҫән-һау сығыу бәхете һирәктәргә генә тейә, шуларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ -  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, легендар шәхес Ришат Исмәғилев.

Тәндәге тимер ярсыҡтары дәһшәтле яу йылдары хаҡында бер минутҡа ла оноторға бирмәй.   Ришат Исмәғилев һуғыштың тәүге көнөндә үк ут эсендә ҡала.  Нуриман районының Нимесләр ауылы егете 1941-се йылда әрмегә алынып   Брест ҡәлғәһенә  элемтәсе итеп ебәрелгән була. 22-се июндең таңында йоҡоһонан да уянып өгөрмәгән хәрбиҙәр өҫтөнә  бомбалар яуа башлай. Меңдәрсә һалдат шунда уҡ һәләк була, Ришат Сәлих улын көслө шартлау карауытынан  ситкә алып ырғыта. Егет мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
Немецтарҙың17 меңлек ғәскәренә Брест ҡәлғәһен бер көндә алыу бурысы ҡуйыла. Әммә совет һалдаттары 3 көн буйы дошман илбаҫарҙарына ҡаршы тора,  ҡаты бәрелештәрҙә  меңдәрсә кешенең ғүмере өҙөлә, элемтә станциялары шартлатыла. Беҙҙең яугирҙар алдында күпер аша ҡалаға сығып ҡәлғәне ҡамауҙары хаҡында  хәбәр еткерергә ҡушыла. Яуаплы эш йөкмәтелгән  өс һалдат араһында Ришат Исмәғилев та була. Ике юлдашы пулялар аҫтында һәләк була, тейешле урынға Ришат Сәлих улы ғына барып етә. Генералға мәғлүмәт тапшырған егет полкка элемтәсе итеп алына. Әммә уға оҙаҡ һуғышырға  яҙмай, июль айында яҡташыбыҙ бомба шартлауы аҫтында ҡала.
Ришат Исмәғилев  1942-се йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. 40 йылдан ашыу Нуриман районының Байгилде мәктәбендә директор булып эшләй, тормош иптәше Сәрүә Ғәзиз ҡыҙы менән 5 ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.   Уларҙың балалары араһында хәҙер 5 фән докторы, 9 фән кандидаты бар. Ришат Исмәғилев  йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша,   Бөтә Союз уҡытусыларынң съезына ғына 8 тапҡыр делегат итеп һайлана.   Легендар шәхес һуғыштан һуң 7 тапҡыр Брест ҡәлғәһенә барып ҡайта,үҙе менән һәр ваҡыт балаларын, ейәндәрен алып бара. тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһендәр, тарихты онотмаһындар өсөн. Ветеран  күргән-кисергәндәре йәш быуынға еткереү өҫтөндә лә эшләй.  Уның һуғыш хәтирәләре, педагогик алымдары китап булып донъя күргән.  Ришат Сәлих улы хаҡында билдәле шәхестәрҙең яҙғаны иһә үҙҙәре үк бер романға торошло.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика