Үлемһеҙ батырлыҡ

Үлемһеҙ батырлыҡ 05.07.2014

Һәр төбәк үҙенә генә хас арҙаҡлы шәхестәре байтаҡ. Улар араһында йәштәргә өлгө булырлыҡтары ла бар. Мәҫәлән Ағиҙел ҡалаһы халҡы яҡташы Руслан Холбанды ҡәҙерләп иҫтә тота.Ҡыйыу егет террористар ҡаршы операция ваҡытынды һәләк була, утты үҙенә алып ул иптәштәренең ғүмерен ҡотҡара. Русландың батырлығы Жуков һәм Суворов миҙалдары, 4-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары ордены менән билдәләнгән. Капитан Холбандың ҡыйыулығы тиҫтәләрсә үҫмерҙәр өсөн миҫал булып тора.

Ағиҙел ҡалаһының «Йәш спецназсы» лагерына быйыл спортҡа битараф булмаған үҫмерҙәр йыйылған. Улар палаткаларҙа йәшәй. Көнөн әрме тәртибе буйынса үткәрә. Егет һәм ҡыҙҙарҙы бында автомат менән эш итергә, мәргән атырға ла өйрәтәләр.
Лагерҙа ял итеүсе Марсель гер спорты менән мауыға. Егет республика кимәлендәге ярыштарҙа күп тапҡыр беренселек яулаған. Үҫмер хәрби лагерҙы кәрәкле һынау тип таба.
Лагерҙа үҫмерҙәр физик һәм патриотик тәрбиә ала, был уларҙы йәмғиәттәге насар ғәҙәттәрҙән һаҡлап ҡалыр, тип ышана белгестәр. Үҫмерҙәр тормошо күнекмә һәм лекцияларҙан ғына тормай.
Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан лагерҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн, ҡаты көн тәртибенә ҡарамаҫтан, ял сәғәттәре лә ҡаралған. Буш ваҡытын үҫмерҙәр төрлөсә үткәрә, балыҡсылар ғәҙәттә күл буйында йыйыла. Бында егеттәр һәм ҡыҙҙар рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлай. Аҙаҡтан, ысын патриотик һәм илһөйәрлек рухта тәрбиәләнгән үҫмерҙәр тотолған балыҡты күлгә кире ебәрә.
Ағиҙелдә йәшәүсе үҫмерҙәр өсөн яҡташтары Руслан Холбандың батырлы өлгө булып тора. 2009 йылда махсус операция ваҡытында һәләк булған егет ҡаланың беренсе мәктәбендә белем алған. Хәҙер бында уның музейы ойошторолған. Шулай уҡ Ағиҙелдә капитан Холбандың һәйкәле лә бар. Хәҙер Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе Гилүсә Эргашева тормош иптәше менән бында йыш килә. Улыбыҙҙың ҡаһарманлығын яҡындарыбыҙ, уның хеҙмәттәштәре лә онотмай, ти ҡатын.
Русландың батырлығы тураһында хәбәр сыҡҡас, Ағиҙел хәрби комиссариаттында Ҡораллы көстәр сафына баҫырға теләүселәр артты, тип билдәләй белгестәр. Гилүсә Эргашева иһә улының тормош юлы йәштәр өсөн яҡты маяҡ булыр тип ышана.
Илфат Кинйәбаев

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 
Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку