Лайыҡлыларға дәүләт наградалары

Лайыҡлыларға дәүләт наградалары 19.09.2014

Бөгөн Республика Хөкүмәте йортонда тармаҡ алдынғылары тәбрикләнде.   Фиҙаҡар хеҙмәте өсөн 70-тән ашыу кешегә  дәүләт наградалары, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.  Улар араһында төҙөүселәр, уҡытыусылар, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар.

Сабый күңеленә юл табырға, уның кәйефен, эске кисерештәрен билдәләргә Айгөл Фәйез ҡыҙына йылдар буйы туплаған тәжрибә ярҙам итә. 4 тиҫтә йыл ул балалар табибы булып эшләй. Бер ҡараштан бәләкәсте тынысландыра, уның тын алышынан сәләмәтлеге торошон билдәләй.
Бөгөн Айгөл Сәйетова балаларҙы туберкулездан һаҡлау шифаханаһында эшләй. Бер айға һуҙылған дауалау курсы барышында табип кескәйҙәргә ата-әсәһен алыштыра.
Берәүҙәр ғүмер буйы балалар сәләмәтлеге һағында торһа, икенселәр кескәйҙәр өсөн балаалр баҡсалары, мәктәптәр төҙөй. Үҙ эшен яратып башҡарған һөнәр алдынғылары ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Бөгөн республика район-ҡалаларынан килгән төрлө һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары тапшырылды.
Балалар табибы Айгөл Сәйетова Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды. Төрлө өлкә белгестәре -  уҡытыусылар, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен Президент хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов ҡотланы. Төрлө тармаҡта эшләһәгеҙ ҙә, һеҙҙе тырышлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо, юғары профессионализм  кеүек ыңғай сифаттар берләштерә. Тик һеҙҙең тырышлыҡ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ республиканы  илдең алдынғы  төбәктәре рәтенә индерә тип билдәләне Президент хакимиәте етәксеһе.
Дәүләт наградалары 70-тән ашыу кешегә  тапшырылды. Инглиз теле уҡытыусыһы Асия Ғәйнуллинаға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Ул төбәктә тәүге сәсәндәр мәктәбен булдырыуға тос өлөш индергән.
70 награда артында  тиҫтәләрсә йылдар менән иҫәпләнгән фиҙаҡәр хеҙмәт. Ҡул көсө талап ителгән эш булһынмы, фән өлкәһеме, дәүләт наградаһына фәҡәт тырыштар һәм уңғандар ғына  лайыҡ була.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку