Лайыҡлы хеҙмәт хәүефһеҙ булырға тейеш

Лайыҡлы хеҙмәт хәүефһеҙ булырға тейеш 28.04.2015

Бөгөн йөҙҙән ашыу илдә эш урынында һәләк булғандар иҫкә алына, Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө билдәләнә. Бер бәхетһеҙлек тә сәбәпһеҙ булмай, тәү сиратта, предприятие, ойошмалар етәкселегенә хеҙмәткәрҙәргә хәүефһеҙ эш шарттары булдырыу бурысы йөкмәтелгән.

Әйтәйек, Башҡортостанда 2015 йылдың тәүге кварталы күрһәткестәре буйынса сәнәғәттә йәрәхәтләнеү осраҡтары былтырғыға ҡарағанда артҡан. Уларҙың 43 процентында эшселәр юғары ҡаттан йығылып төшкән. Был йәһәттән Профсоюздар йортонда республикала эш урындарында хеҙмәтте һаҡлау, йәрәхәтләнеү осраҡтары кимәлен кәметеү һәм башҡа һорауҙарға арналған пленар ултырыш үтте. Шулай уҡ бында Рәсәйҙә етештерелгән заманса махсус кейем һәм башҡа һаҡланыу саралары күргәҙмәһе ойошторолдо, бейеклектән кешене махсус ҡорамалдар ярҙамында ҡотҡарыу буйынса күрһәтмә сығыштар булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку