Өләсәйҙәр ярҙамға килә 07.09.2016

Өфөлә мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә өләсәйҙәр ярҙамға килә. Рәсәй дәүләт социаль университеты студенттары, хаҡлы ялдағы өләсәйҙәр үҙҙәрен йәмғиәткә файҙалы кешеләр итеп күрергә теләй. Бөгөндән башлап улар баш ҡаланың йәш ғаиләләренә бала бағырға ярҙам итә.

Беҙҙең икенсе йәшлек башланып ҡына тора. 60-70-75 йәштәгеләр: беҙҙең ҡулдан килмәгән эш юҡ. Тиҙҙән  социаль университет студенттары  яңы проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡ. «Бер  сәғәткә  өләсәй» проектында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар балаларҙы мәктәпкә, секцияларға һәм түңәрәктәргә йөрөтәсәк, уларҙы ашатыу һәм дәрес әҙерләү менән дә шөғөлләнәсәк.
Проектта ҡатнашыусы өләсәйҙәрҙең күптәренең педагогик һәм медицина белеме булыуы ла отошло. Бынан тыш, халыҡ университеты студенттарын психология фәне һәм замана балалары менән аралашыу нескәлектәренә лә өйрәтәсәктәр. Бындай белемдәр менән ҡоралланған кешеләргә балаларҙы ышынып тапшырырға була.
Гөлнара Тарасова, ғаиләне үҫтереү һәм ярҙам итеү төбәк йәмәғәт хәрәкәте директоры: «Күбеһе  психология фәнен уҡымаһа ла, был ҡатын-ҡыҙҙар бала тәрбиәләү мәктәбен уңышлы үткән кешеләр. Заман өләсәйҙәренә  хәҙерге  балаларҙың эске донъяһын өйрәнеү мөһим. Шуға ла өләсәйҙәр мәктәбендә эшләйәсәк ҡатын-ҡыҙҙар өсөн психолог курстары бик урынлы».
Ошо көндәрҙә өләсәйҙәрҙең "Икенсе йәшлек" тип аталған интернет сайты  асыла. Сайтта проектта ҡатнашыусы өлөсәйҙәрҙең фотоһүрәттәре һәм улар хаҡында белешмә урынлаштырыла. Күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн хаҡ бик юғары булмаһа ла, улар үҙҙәренә ышанып тапшырылған балаларҙы  еренә еткереп  ҡараясаҡ. Киләсәктә оҙайтылған көн төркөмө һәм балалар бүлмәһен асыу ҙа күҙаллана.
Беҙҙең экранда күрһәтелгән телефондарға  шылтыратып, өлөсәйҙәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әгәр ҙә эштән һуң баланы мәктәптән йәки балалар баҡсаһынан барып алырға өлгөрә алмайһығыҙ ,кино һәм театрға барырға теләйһегеҙ икән, һеҙҙең бәләкәстәрҙе хуш күңелле һәм ярҙамсыл хаҡлы ялдағы инәйҙәр ҡарап торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика