Квадрат метрҙар өсөн оҙайлы талаш

Квадрат метрҙар өсөн оҙайлы талаш 23.09.2015

Өфөнөң Лев Толстой урамында авария хәлендәге бер нисә йорт урынлашҡан. Әлегә уларҙы һүтеү мәсьәләһе ҡарала. Фатир хужаларының күбеһе яңы торлаҡ менән тәьмин ителгән дә бит, араларында ризаһыҙлыҡ белдереп, емерек өйҙән күсергә теләмәүселәр ҙә  юҡ түгел.

Антонина Старцева 40  йыл йәшәгән фатирынан күсенергә теләмәй. «Бында барыһы ла яҡын,- ти ул,-  йәшәгән урын изге хәтирәләр менән тулы».  Коммуналкала коридор,  аш-һыү бүлмәһе, бәҙрәф ғәҙәттәгесә, ике хужа өсөн уртаҡ була. Ләкин ҡатындың күршеһе инде күптән гүр эйәһе. Уның бүлмәһе бикле тора.
Антонина Максимовна үҙ милкен - ике иркен бүлмәһен хосусилаштыра. Береһендә ҡыҙы менән ейәне көн итә. Тыныс ҡына йәшә лә бит,  йорт авария хәлендә тип танылған. План буйынса Яңы йылдан һуң бынан барыһына ла икенсе торлаҡҡа күсеү талап ителгән. 67 йәшен тултырған ҡатын ғына алмашҡа тәҡдим ителгән йәшәү шарттары менән ҡәнәғәт түгел. Емерек өйҙән китеп, отоласаҡмын тигән фекерҙә ул. Баҡтиһәң, һайлауға күрһәтелгән яңы фатирҙарҙың береһе лә квадрат метрҙар буйынса әлегеһе менән тап килмәй икән.
Йәғни, Антонина Старцева 50 квадрат метр урынына бәләкәйерәк майҙанлы яңы бер бүлмәле торлаҡҡа күсә ала. Емерек коммуналкала йәшәүгә ҡарағанда был вариант яҡшыраҡ, әммә ғәҙел түгел.
Антонина Старцева, авария хәлендәге йортта йәшәүсе: «2009 йылда хосусилаштырыуҙан һуң да, торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе барыбер бөтә фатир өсөн түләнем - 59, 8 квадрат метрға. Ә бит минең өлөшөм - илле квадрат метр! Нимәгә мин түләнем?! Ни өсөн Өфөлә 32 квадрат метрлыҡ ҡына торлаҡ тәҡдим итәләр?! Дим биҫтәһендә булһа ла фатирыма тиң булған майҙандар барҙыр... Мин артығын һораймайым да инде».
Шаҡша биҫтәһендә лә  коммуналка тибындағы йәшәү урыны тәҡдим ителә. Ләкин ханым ундағы уңайлыҡтарға ла ризалашмай.
«Беҙ әле бында йәшәйбеҙ»,  - был һүҙҙәр, әйтерһең дә, кемделер ҡурҡытыр өсөн яҙылған. Улай булмай ни: үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе ғаиләнән башҡа был йортта инде хәҙер күптән бер кем дә йәшәмәй. Документтар буйынса ғына.
Ә бит икенсе подъезда ҡасандыр тормош гөрләгән. Емерек ултырғыс, баланың аяҡ-кейемдәре таушалған иҙәндә ята. Хәҙер был урынды асарбаҡтар тапай. Айырым бүлмәләре лә бар.
Өҫкө ҡат иһә бөтөнләй күңел асыу өсөн ҡалдырылған, күрәһең. Быға буш фанфурик һауыттары ла асыҡ дәлил. Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Эсеп, күңел асып йәшәү бер. Ә бит авария хәлендәге йорт бына-бына емерелеүе ихтимал. Йортта  йәшәүен дауам иткән Антонина Старцева ла ҡурҡыуын йәшермәй. Түбә ишелеүен ишелмәҫ, ә бына буш бүлмәләргә урынлашҡан намыҫһыҙҙар янғын сығарһа нимә эшләргә?! Әлегә ҡатын судтың ыңғай ҡарарын көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку