Кузнецов Затонының Беренсе үтеүселәр урамында йәшәүселәр еңел автомашиналарҙа шәхси йорттарына ҡайта алмай 20.04.2016

Юл менән бәйле бәхәс ике йыл дауам итә.

Үҙ белдеге менән ҡуйылған шлагбаумдар арҡаһында еңел автомобилдәр генә түгел, ашығыс ярҙам һәм янғын һүндереү хеҙмәттәре лә был урамға урау юлдар аша үтә.
Людмила Авершина  был урамға күсеп йәшәй башлау менән ашығыс ярҙам машинаһын йортона саҡырта алмай. Аҙым һайын ҡуйылған шлагбаум-кәртәләр ашығыс ярҙам хеҙмәте юлына тотҡарлыҡ яһай. Циркта страховкаһыҙ сығыш яһап, умыртҡа мейеһен имгәтеүе арҡаһында ул инвалид коляскаһында йөрөргә мәжбүр. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, уға йыш ҡына ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртырға тура килә.
Людмила Авершина, Башлап үтеүселәр урамында йәшәүсе: «Ҡай саҡта ҡыҙым ашығыс ярҙам хеҙмәтен ҡаршы алыу өсөн урам башындағы тыҡрыҡҡа барып тора. Ашығыс ярҙам машинаһы водителе аҙым һайын ҡуйылған шлагбаумдар арҡаһында беҙҙең йортҡа нисек итеп килеп етергә белмәй аптыраған».
Өфөнөң төрлө райондарынан бындағы балалар баҡсаһына утыҙлап маалй-ҡыҙ килтерәләр. Ата-әсәләре уларҙы еңел автомашиналарҙа йөрөтә. Урамдар бикле торғас, урау юлдарҙы һайлайҙар. Тиҙҙән күрше урамдарҙа йәшәүселәр уларын да бикләйәсәк. Был урамдың шлагбаумы аша эшкә йөрөүсе тәрбиәселәргә лә еңел түгел.
Был бәхәстең икенсе яғында тороусылар ҙа үҙҙәрен хаҡлы тип һанай. Анатолий Еремин был урамда  егерме йыл элек нигеҙ ҡорған. Элекке төҙөүсе тимер ҡоршауҙарҙы алырға ашыҡмай. Ул бөтә бәләнең башын шәхси балалар баҡсаһы эшмәкәрлегенән күрә. Йәнәһе, улар арҡаһында тыныс һәм таҙа урамдары бысраҡ сүп ояһына әүерелгән.
Анатолий Еремин, Башлап  үтеүселәр урамының 57-се йортонда йәшәүсе: «Иртән дә кисен дә ҡырҡлаған машина. Улар бысраҡ ташый. Унда йәшәүселәр беҙҙең урамдарға саф һауала йөрөргә сыға. Беҙ үҙ машиналарыбыҙҙа  артыҡ ҡыумай, әкрен һәм тыныс йөрөйбөҙ».
Алина Абрамова, шәхси балалар баҡсаһы директоры: «Беҙ насар даны сыҡҡан йорт асмағанбыҙ бит, иртән  балаларын килтерәләр, кистәрен алып ҡайталар. Байрамдарҙа эшләмәйбеҙ. Беҙгә килеүсе барлыҡ халыҡ та аңлы, рульдәге әсәйҙәр йөрөү тиҙлеген арттырмай».
Прокуратураға һәм район хакимиәтенә яҙған ялыуҙар һөҙөмтә бирмәгән. Һикһән етенсе йортта йәшәүселәр ҡулында тимер ҡаҙыҡтар ҡанунға ярашһыҙ ҡуйылған тигән документ та бар. Әммә бер урамды ике ҡапма-ҡаршы фекерле лагерға бүлгән бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына бара. Күрше урамдарҙа йәшәүселәр ҙә юлды бикләргә йыйына.Бындай осраҡта балалар баҡсаһына килеүселәр һәм үҙ йорттарына ҡайтырға т еләүселәр урау юлдарҙан йөрөргә тейеш була. Юлды бикләмәүҙе бер кем дә вәғәҙә итә алмай. Халыҡ үҙ йортона үтер өсөн һауа юлын һайларға мәжбүр булмаһа ярай ҙа.
Башлап үтеүселәр урамының 73 -cө йортонда йәшәүселәр йорттарына урау юлдарҙан ҡайтып йөрөргә мәжбүр. Сәбәбе - урам старостаһы һәм ошо тимер кәртәләр артында арғы яҡта йәшәүселәр балалар баҡсаһына килеүсе 40 автомобиль хужаһын үҙ иҫәбенә төҙөгән асфальт юлға индерергә теләмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика