Кушнаренко районында Советтар Союзы геройы Валентин Пашировты иҫкә алдылар 19.07.2016

Ошо көндәрҙә ҡаһарман яҡташыбыҙға 92 йәш тулған булыр ине. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында,  ни бары 19 йәшендә, ул батырҙарса һәләк була.

Валентин Пашировтың  һыны Кушнареконың батырҙар аллеһында урын алған. Геройҙың тыуған көнө яҡынлашыу менән уның һәйкәленә сәскәләр һалыусылар һаны арта. Илдус Мөхәмәҙиев яугирҙы иҫкә алыу өсөн Октябрский ҡалаһынан килеп  еткән. Ул батыр йөрәкле танк командирының тормош юлын өйрәнә.

Валентин Паширов 1943 йылда әлеге Украина биләмәләрендә ни бары 19 йәшендә батырҙарса һәләк була. Әммә тыуған тупрағында уның нәҫеле ҡала. Әле Паршиндарҙың шәжәрә ағасы күп тармаҡлы

Яҡташтары Советтар Союзы геройы, Валентин Паширов тураһында хәтирәләрҙе  күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай. Уның исеме ял паркында, мәктәп, районы үҙәге урамдарында мәңгелләштерелгән.

Батырҙар онотолмай. Халҡыбыҙҙың тапҡыр һүҙҙәре Валентин Паширов хаҡында  әйтелгән кеүек. Йылдар үтеү менән уның ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәт быуындан-быуынға тапшырыла килә. Яугир яҡташыбыҙ миҫалында йәштәр тәрбиәләнә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика