Кушнаренко районында мәктәп производство бригадалары слеты бара

Кушнаренко районында мәктәп производство бригадалары слеты бара 16.07.2015

Был сара тергеҙелеүгә бишенсе  йыл. Ауыл хужалығы һөнәрҙәренә һөйөү тәрбиәләүсе сараға Республиканың 11 районынан киләсәктә яҙмышын ер менән бәйләйәсәк ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылған.

Уҡыусыларҙың производство бригадалары бишенсегә Кушнаренко ерендә йыйыла. Ауыл хужалығы һөнәрҙәрен үҙ итеүселәр өсөн бында бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы базаһында тупланыусы командалар сәмле ярышҡа керешкән дә инде.
Айгиз Сәләмов, Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡыусыһы:
«Күңелем һәр ваҡыт ергә тартыла. Килсәктә лә мин ауыл хужалығы менән бәйле һөнәр һайлап ерҙә эшләргә теләйем».
Айгиз Сәләмов кеүек таһыллы егеттәр баҫыуҙа бураҙналар ярһа, ҡыҙҙар матурлыҡ тыуҙыра. Улар башлыса үҫемселек һәм баҡсасылыҡ өлкәһендә тәжрибә туплай.
Әлфиә Ғәскәрова, Ауырғазы районы Мораҙым мәктәбе уҡыусыһы: «Миңә баҫыусылыҡ оҡшай.Бындай слетта тәүгә ҡатнашам.Бойҙай ултыртам.Уны азот менән ашлайым».
Слетҡа Ишембай районы Әхмәр ауылынан килеүсе Гөлназ Хәмиҙуллина иһә баҡса үҫтерергә ярата. Был слет уға тәжрибә арттырып, баҡсасылыҡ хаҡында күп мәғлүмәт бирәсәк.
Мәктәп производство бригадалары слеты еңеүселәре араһынан Рәсәй күләмендәге ярышта ҡатнашыу өсөн йыйылма команда ла төҙөләсәк. Үҙмерҙәр араһында сәм һәм ярыш уятыусы слет барышын абруйлы ғалимдар баһалай.
Харис Фазлыйәхмәтов, ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәге ғилми хеҙмәткәре: «Ошондай слеттар кәрәк. Улар балаларҙың теоретик һәм практик белемдәрен нығытырға ярҙам итә».
Йылына ике тапҡыр ойошторолған слетҡа башлыса ауыл тормошон һәм шөғөлдәрен яҡшы белгән 8- 11 cиныф уҡыусылары йыйылған. Каникулдарын файҙалы шөғөл менән үткәреүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр киләсәктә  ауыл хужалығында үҙ һүҙен төплө эш менән нығытасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку