Курсанттар маршы

Курсанттар маршы 06.03.2015

Яҙғы саҡырылышта Баймаҡ районынан  әрмегә китәсәк 30 буласаҡ һалдат ДОСААФ-та водитель курстарында «С» категорияһына уҡый. Оборона министрлығы тарафынан махсус йүнәлтмә аша кәрәкле һөнәрҙе үҙләштергән курсанттар  йөк машиналарында район биләмәһе буйлап 100 саҡрымлыҡ марш-бросокҡа сыҡты.

Йөк машиналарын йөрөтөүгә,  йәғни  «С» категорияһына өс ай ярым  уҡыған   курсанттар киләһе аҙнала имтихан тапшырасаҡ,  шуға күрә егеттәргә әрме шарттарын, хәрби әҙерлекте күрһөтеү өсөн йыл һайын марш- бросок ойошторола. 30  курсанттан торған взвод  хәрби машиналарға -  КамАЗ, ЗИЛ һәм Уралға тейәлеп юлға сыҡты.    
Улар йөк автомобилдәрендә оҫталыҡтарын һынай. Имтихан тапшырғас егеттәр «С» категориялы водитель танытмаһы аласаҡ. Был сара курсанттарҙың транспорт сараларына идара итеү һәләтен камиллаштырыу өсөн ойошторола.
Ҡатмарлы ғына паход барышында курсанттарҙың һәр береһе үҙен руль артында һынап ҡараны, шулай уҡ  бынан тыш уларға   юлда төрлө хәрби күнекмәләр аша үтергә лә  тура килде.
Бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үткәндән һуң  егеттәр ялан кухняһында бешерелгән  һалдат ашы һәм  ҡайнар сәй менән һыйланды.
Әйткәндәй,  «С»   категорияһын үҙләштереүселәргә,  ташламалы  хаҡҡа  «В» категорияһына водитель таныҡлығы алыу мөмкинлеге лә бар. Хәрби курсанттар өсөн  ятаҡ, аш бүлмәһе  урындары  ла булдырылған. Киләсәктә егеттәр өсөн  был таныҡлыҡтар ҡамасауламаясаҡ  әлбиттә.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика