Күмертауҙың данлыҡлы авиация предприятиеһы йәшәйәсәк 23.08.2014

Был турала бөгөн республика етәксеһе төбәккә эш сәфәре барышында белдерҙе. Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа шулай уҡ һауа флоты көнөнә арналған тантанала ҡатнашты. Көйөргәҙе районында төҙөлгән көнбағыш майы һығыу заводы, Кинйә Арыҫлановтың музейында булды.

Күмертауҙы ысын мәғәнәһендә зәңгәр күкте яулаған ҡала тип әйтергә мөмкин. Күмертау вертолеттары донъяның төрлө ҡитғаларына оҙатыла. Әммә һуңғы йылдарҙа  предприятиеның финанс хәле мөшкөлләнә. Элек  йыллыҡ табыш 13-14 миллиард булһа,  һуңғы осорҙа заказдар кәмеп, был күрһәткес яртылаш төшә. Әммә быйыл бер аҙ үҫеш күҙәтелә, әле бында Рәсәй Оборона министрлығы, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан өсөн вертолеттар йыйыла.
Рөстәм Хәмитов предприятиела яңы моделдәрҙе ҡараны. Хужалар әйтеүенсә, яңы төрҙәрҙе сығарыу ҡатмарлы, һәр бер вертолет өсөн яңы  станоктар кәрәк.  Әле бында  бар уңайлыҡтары булған вертолеттар эшләнә. Республика етәксеһе завод ветерандары менән дә осрашты. Уларҙы предприятиеның киләсәге борсой. Был хаҡта һөйләшеү һауа флоты көнөнә арналған тантанала ла дауам итте. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, предприятиеның яҙмышы Күмертауҙағы һәр өсөнсө ғаиләгә ҡағыла. Шуға күрә уны һаҡлап ҡалыу өсөн барыһы ла эшләнәсәк.
Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына  дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм һуңғы сәйәси  ваҡиғалар сиктәрендә  үҙебеҙҙә сығарылған продукцияға ихтыяж артыуын, шарттарҙы һөҙөмтәле ҡулланырға кәрәклеген билдәләп үтте. Көйөргәҙе районы был тәңгәлдә эш башлаған да инде. Әле  Маяҡ ҡасабаһында көнбағыш майы һығыу заводы төҙөлә. Ул тәүлегенә 1 мең тонна сеймал эшкәртеү һәләтенә эйә. Инвесторҙар Силәбе өлкәһенән килгән. Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужалығы тармағы өсөн  ҙур дотациялар бүләсәк, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.
Әҙер продукцияны Башҡортостан райондарына, күрше өлкәләргә оҙатыу ҡарала. Яңы предприятие халыҡҡа өҫтәмә эш урындары ла аса. Шулай ҙа кешеләргә матди байлыҡ ҡына түгел, рухи аҙыҡ та кәрәк. Кинйә-Абыҙ  ауылындағы Кинйә Арыҫланов музейы - ошо хәҡиҡәткә асыҡ миҫал. Музей тиҫтә йылдан ашыу эшләп килә, бында 2 меңгә яҡын тарихи ҡомартҡы бар. Шуларҙың иң боронғоларының береһе - һөңгө, уға 200 йыл.  Башҡорттар тап ошо ҡорал ярҙамында  француздарҙы еңеп, Парижға тиклем барып еткән. Француздар башҡорттарҙы «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөткән.
Салауат Юлаевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған Кинйә-Абыҙ ауылы ҙур түгел, әле бында 50-ләп кенә йорт. Шуға ҡарамаҫтан, ул илгә Советтар Союзы Геройын биргән.
Рөстәм Хәмитов музейҙың экспонаттарын ҡарап сыҡҡандан һуң,  ветерандар менән аралашты. Тарихын хөрмәт иткән халыҡтың киләсәге ныҡлы тиҙәр, көйөргәҙеләргә ҡарап, ошо һүҙҙәрҙең хаҡ булыуына ышанырға  була.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика