Кредит тоҙағына эләгеп йортһоҙ ҡалырға мөмкин

Кредит тоҙағына эләгеп йортһоҙ ҡалырға мөмкин 10.09.2014

Благовар районында йәшәүсе ғаилә баш ҡалала кредит ҡулланыусылар кооперативында ҙур процентҡа аҡса ала.  Залогҡа йортон һала. Әммә бер аҙҙан кооператив хеҙмәткәрҙәре уларҙы йорттарын бушатырға ҡуша. Йәнәһе лә шәхси милек хәҙер кооператив ҡарамағына күскән. Килешеү ҡағыҙҙарын юристҡа күрһәткәндән һуң ғаилә ысынында торлаҡһыҙ тороп ҡалыуын аңлай.

Кеше һүҙенә ышаныс Муллайәновтарҙы  ауыр хәлдә ҡалдыра. 5 йыл элек йорт туйлаған ғаиләнең бөгөн урамда тороп ҡалыуы ихтимал. Үҙе лә  аңғармаҫтан ҡатын йортон һәм тирә-яҡ участкаһын коооперативҡа һатыуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған.
Аҡса кәркәккәс уҙған йылда ғаилә кредит ала һәм йортон залогҡа һала. Әммә ҡағыҙҙарҙа нимә яҙылғанын ентекләп уҡымай. Шулай итеп, милек тулыһынса кооперативҡа күсә. Әле ғаилә ай һайын юғары проценттар менән кредитын ҡаплауын дауам итә. Ә кооператив  етәкселеге барыһы ла закон нигеҙендә эшләнеүен раҫлай. Клиент ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйған икән, тимәк, ул унда яҙылғандар менән килешә.
Александр Нотченко, кредит ҡулланыусылар кооперативы рәйесе: «Улар ғаиләһе менән килешеү шарттары менән танышты. Әгәр ҙә килешеүҙе үтәмәйҙәр икән, йорттарынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтималлығы тураһында белделәр. Һуңғы айҙа түләмәү сәбәпле беҙ милектең асҡысын һораныҡ. Түләмәһәләр, йортто һатасаҡбыҙ. Түләйҙәр икән, кире уларға кире күсәсәк».
Әммә кооперативтың  һүҙендә тороуына юрист Валерий Шәрипов шикләнә. Йорт бөгөн  уларҙың шәхси мөлкәте, ойошма уны нисек теләй шулай ҡуллана ала.  Шул уҡ ваҡытта бер нимәһеҙ тороп ҡалған ғаилә алынған аҡса проценттарын түләүен дауам итә.
Юрист фекеренсә, ғаилә бөгөн үҙ милкен ҡайтара ала. Сөнки килешеү закондо боҙоп башҡарылған. Килешеүҙе тарҡатыу өсөн бөгөн судҡа мөрәжәғәт иткән.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку