Краснокама районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына торлаҡ сертификаттары һәм юбилей миҙалдары  тапшырылды 29.04.2015

Ғәлим Бәҙретдинов Балтик флотында, Белоруссияны, Латвия, Литва , Польша  Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Тыуған яғына 1945 йылда әйләнеп ҡайтҡан. Торлаҡ сертификатын ветеран оҙаҡ көткән.

Сертификатҡа  Ғәбдел Ғилмәтов та  эйә булды. Ул фронтҡа 1942 йылда алынған. 84-cе уҡсылар ротаһында хеҙмәт иткән. Ветеран «1 май» колхозында ҡырҡ алты йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Тантанала  шулай уҡ ветеран Азат Әхмәровҡа  юбилей миҙалы тапшырылды.Ул сығышы менән Тәтешленеке. Яугир  һуғыш юлын башынан аҙағынаса үтә. Хәрби хәрәкәттәр тамамланғас диңгеҙ офицеры булып хеҙмәт итә. Беренсе ранг капитаны дәрәжәһендә отставкаға сыға.  Азат Нәжми улы китаптар авторы ла. Уның йыйынтыҡтары  Өфөнөң милли музейында, Башҡортостан, Татарстан китапханаларында һәм Санк-Петербургтың милли китапханаһында һаҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика