Конкурстан - йәшәү рәүешенә

Конкурстан - йәшәү рәүешенә 05.08.2014

Республика ауылдары «Айыҡ ауыл»  ярышында үҙ  көсөн һынай.  Быйыл барлығы 161 ғариза ҡабул ителгән. Комиссия ағзалары фекеренсә,  иң мөһиме халыҡтың   үҙаңын үҙгәртеү,  айныҡ тормош алып барған быуын тәрбиәләү.  Ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкләй. Комитет составына төрлө өлкә белгестәре ингән, бөгөн улар осрашып быйылғы конкурс үҙенсәлектәре хаҡында фекер алышты.

Рәхмәттәрҙең хәмерһеҙ тормошто данлауы аңлашыла. Былтыр улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүселәр исемлегенә эләккән. Был йылдар дауамындағы эш һөҙөмтәһе тип иҫәпләй Әбйәлилдәр.  «Айыҡ ауыл» конкурсына нигеҙ һалған  районда  йыл һайын  бер нисә  ауыл эскелектән  баш тартып  конкурста ҡатнашып-еңеп тора.
Тәүге йылдарҙа «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар  әллә ни күп булмаһа, хәҙер улар йөҙҙәр менән иҫәпләнә. Халыҡ башланғысын республика етәкселеге лә күтәреп алған. Быйыл ярышҡа ҙур ауыл-ҡасабалар, хатта ҡалалар ҙа ҡушылған.  Ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнеүенсә,  еңеүселәргә талаптар  юғары. Төбәктә демография күрһәткесе лә,  эсмәгән ғаиләләрҙең күплеге лә иҫәпкә алына.
Конкурсҡа бер йыл эсендә генә әҙерләнеп булмай. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар еңеүгә биш, хатта ун йыл дауамында килгән.  «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева әйтеүенсә, беҙҙең халыҡ тыйғанды аңлай, ойоштороусы, аңлатыусы булһа  кире ғәҙәттәрҙән арынырға әҙер.  
Конкурс шарттары буйынса  «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ауылдарҙа  спиртлы эсемлектәр һатылмаҫҡа тейеш.  Әммә ҙур ауыл-ҡасабаларҙа был талапты атҡарыуы ҡыйын.  Уның ҡарауы, халыҡтың ҡарашын үҙгәртергә мөмкин.  
Ултырышта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм матубғат баҫмаларына айыҡлыҡты пропагандалаған өсөн рәхмәт һүҙҙәре лә еткерелде.  Ойоштороу комитеты ағзалары фекеренсә, был йүнәлештәге эшмәкәрлектең  емештәрен беҙ йылдар үткәс татыясаҡбыҙ. Сөнки күптән эскелек  һаҙлығына батҡан   кешеләрҙе тартып сығарыу еңел түгел, был сара үҫеп килгән быуын өсөн кәрәк. Айыҡ ауылдарҙа тәрбиәләнгән балалар һәм йәштәр  «кире» юлға баҫмаясаҡ.
Былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсында  85 ауыл ҡатнашһа, быйыл 161 ауылдан ғаризалар ҡабул ителгән. Иң күбеһе Илештән, 19. Икенсе урында Балтастар килә. Быйыл ярышҡа  ике ҡала ла ҡушылған,  Сибай һәм Кумертау. Еңеүселәр  йыл аҙағында билдәле буласаҡ.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку