Конгресс-холлда төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша

Конгресс-холлда төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша 04.02.2015

Әле бында эске биҙәү эштәре генә ҡалған.

Конгресс-холл Шос һәм БРИКС илдәре саммиттарын ҡабул итәсәк төп бина. Күләмле форумдарҙы ҡабул итер алдынан бинаның эсе тулыһынса үҙгәртелде. Элек күңел асыу һәм сауҙа үҙәктәре урынлашҡан аҫҡы ҡаттарҙа бер нисә кәңәшмә залдары барлыҡҡа килде.  Бында шулай уҡ президент офистары, киң мәғлүмәт һәм милли вәкиллектәр өсөн штабтар булдырылған. Ошо арала конгресс-холға мебель һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерә башлаясаҡтар.
Николай Фадеев, ШОС һәм БРИКС «Өфө -2015» офис-төркөмө директоры: «Төҙөлөш  тамамланды. Хәҙер декорация ҡороу һәм биҙәү эштәре генә ҡалды. Федераль ойоштороу комитеты үткән аҙанала мебель оҙата башланы. Әле ике йөк машинаһы бушатылды ла инде. Ошо арала уларҙы урынлаштыра башлаясаҡбыҙ. Эш планға ярашлы бара».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку