Коммуналь низағ

Коммуналь низағ 05.10.2015

Өфөнөң Калинин районындағы күп ҡатлы йортто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт үҙ ҡарамағына алырға тырыша. Ә «Нур» торлаҡ милекселәре ширҡәте уны ҡулдан ысҡындырырға теләмәй. Был ғауғала кем еңер?

Елена Ғилманова эҫе һыуһыҙ бер аҙна интегә.  Ханым әленән-әле һыу йылытырға мәжбүр. Хужабикә, килеп сыҡҡан проблемаға күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында  иҫәпләшмәүҙәре сәбәпсе, тигән фекер менән һис тә риза түгел.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр эҫе һыу биреүҙе  бер ниндәй аңлатыуһыҙ туҡтатыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерә. Бындай ғауғалы осрашыуҙар тәүгә үтмәй. Бар ғәйепте урында йәшәүселәр яуаплылығы сикләнгән «Йәмле йорт» ойошмаһынан күрә.  
Төхвәт Йәнәби урамындағы күп ҡатлы йорт 2008 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Сығымдарҙы экономиялау өсөн төҙөүселәр ике объектҡа бер йылытыу пункты урынлаштыра. Бер нисә йыл дауамында эҫе һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булмай.  Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, проблемалар күрше йорт торлаҡ-файҙаланыу идаралығынан «Йәмле йорт» исемле компанияға күскәс башлана.
Хужалар йортто хеҙмәтләндереү сығымдарына һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү хаҡының  инмәүенә риза түгел. «Йәмле йорт» компанияһы хеҙмәткәрҙәренең дә мәсьәләгә үҙ ҡарашы.  Улар хужаларҙы «Нур» торлаҡ милекселәре ширҡәтенән  үҙ ойошмаһына күсергә өндәй.
Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн беҙҙең ижади төркөм был йорт ҡараған Калинин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.
Ойошмалар араһындағы көрәштә кем еңер, әлегә билдәһеҙ. Киләһе осрашыу иртәгә үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку