Коммуналь хеҙмәттәр ҡышҡыһын баш ҡаланы ҡарҙан таҙартһа, йәйгеһен тирәк мамығынан араларға тырыша 07.06.2016

Шулай ҙа көс етенкерәмәй, күрәһең. Өфө урамдары ап-аҡ мамыҡ өйөмдәре менән тулған. Бигерәк тә был күренештән аллергия менән яфаланыусылар йонсой. Бынан тыш, белгестәр янғын хәүефе юғары булыуын да билдәләй.

Был үҫмерҙәр үҙҙәренсә батыр аҙым яһамаҡ булып, интернет селтәренә видеояҙмалар һалған. Тик тирәк мамығына ут төртөү ни тиклем фажиғәле тамамланыу ихтималлығын аңламайҙар, күрәһең.
Ә был хәл Һамар өлкәһендә теркәлә. Йәш егет яна башлаған мамыҡ өйөмдәрен һүндереү, йә ярҙам саҡырыу урынына, иҫтәлеккә видео төшөрә. Ә бит ялҡын яҡындағы бина, йорттарға ла күсеүе мөмкин ине. Мәҫәлән, дүрт йыл элек Стәрлетамаҡтағы рок-клуб бинаһы яна. Ҡайһы бер версиялар буйынса, балалар шаярып мамыҡ өйөмөнә ут төрткән булған. Яңыраҡ Менделеев урамында урынлашҡан сауҙа төкәтмәһендә лә янғын сыҡты. Белгестәр шул уҡ сәбәп арҡаһында тигән ҡарашта.
Бәхеткә, янғын һүндереүселәр был осраҡта ла ваҡытында килеп етә. Юғиһә, «Ҡыҙыл әтәс» ике ҡатлы бина эсендә лә уйнай башлар ине. Күреүегеҙсә, әле 20 квадрат метр майҙанды биләгән тимер ҡоролма урынында юҡ. Эшҡыуар уны икенсе урынға күсерергә мәжбүр булған.
«Яҡын-тирәлә тирәктәрҙең күплеге, ысынлап та, янғын хәүефен арттыра»,-ти Менделеев урамында йәшәүселәр. Был парковка янында, етмәһә, сүп-сар  ҙа күп. Кисә генә яна башлаған бер ағасты һүндерергә тура килгән.
Баш ҡала урамдарында тирәктәр башлыса алтмыш-етмеш йыл элек күпләп ултыртыла. Әрһеҙ ағастар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тирә-яҡты йәшелләндерә. Тик хәҙер уларҙан  аллергиктар йонсой.
Әйткәндәй, мамыҡ үҙе аллерген түгел, ул киреһенсә, аллергия тыуҙырыусы һеркә, саң, үҫемлек спораларын таратыусы булараҡ һанала.
Элеонора Ураҙаева, аллерголог: «Аллергия билдәләре булғанда, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Урамдан өйгә ингәндә, лайлалы тиресәләргә  ултырған һеркәне юҡ итеү маҡсатында  күҙҙәрҙе һәм танауҙы яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Шулай уҡ тирәк мамыҡтары йортҡа инмәһен өсөн тәҙрәләрҙе, форточканы ябыҡ тоторға кәңәш итәбеҙ».
Баш ҡала халҡын бәләнән аралар өсөн коммуналь хеҙмәттәр ҙә көсөргәнешле режимда эшләй. Ағастарҙы санитар ҡырҡыу ойошторола, тротуарҙа, юлда ятҡан мамыҡтар йыйыла.
Ысынлап та, был ағас япраҡтарының бер квадрат метры үҙенә ете килограмға тиклем саң йыя ала. Бер тирәк бүлеп сығарған кислород ун ҡайын, йә өс йүкә биргән миҡдарға торошло. Шулай ҙа мамыҡ өйөмдәренең тиҙ янып таралыу үҙенсәлеге оло мәшәҡәт тыуҙыра.
Ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү  өсөн балкон һәм лоджияларҙа яғыулыҡ шыйыҡсаһы һәм тиҙ яна торған әйберҙәр тотоу тыйыла. Тәмәке төпсөктәре менән дә һаҡ булыу талап ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика