Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанцияларындағы саманан тыш артыҡ хаҡтарға ҡала халҡы өйрәнеп тә бөтөп бара

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү  квитанцияларындағы  саманан тыш артыҡ хаҡтарға  ҡала халҡы өйрәнеп тә бөтөп бара 21.01.2016

Ут, һыу һәм башҡаһына түләүҙәр айлап түгел көнләп үҫә. Мәҫәлән, Өфөнөң Орджоникидзе урамындағы 16-сы йортта йәшәүселәр электр өсөн  былтыр саманан тыш күп аҡса түгеүҙәре хаҡында хәбәр итә. Пенсионерҙар һаҡсыл халыҡ, фатир эсендәге электр приборҙарын  самалап ҡына тотоноуға ҡарамаҫтан, коридорҙағы лампа өсөн юғары хаҡ түләргә тура килә ти улар.

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, әле коммуналь түләүҙәрҙе нигеҙһеҙ арттырыуҙар буйынса тикшереү бара. Ул Өфө ҡалаһының  бөтә райондарында ла күҙәтелгән. Ә бына Киров һәм Дим районында йорттағы дөйөм файҙаланыуҙағы  майҙандың күләмен сарлаҡ һәм подвал иҫәбенә арттырып күрһәтеү осраҡтары күҙәтелгән.
Эмилия Абдуллина, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Квитанциялар  артып килә икән, асыҡлыҡ индереү өсөн йәшәгән урын буйынса идарасы компанияға йә суд органдарына  ғариза яҙырға  кәрәк. Байтаҡ кеше ялыу менән мөрәжәғәт иткән дә инде. Артыҡ түләү булған осраҡта уны идарасы компаниялар халыҡҡа кире ҡайтарырға бурыслы».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку