Коллекторҙар оло йәштәге ҡатынды берҙән-бер һыйырһыҙ ҡалдырған

Коллекторҙар оло йәштәге ҡатынды берҙән-бер һыйырһыҙ ҡалдырған 19.08.2015

Шәхсән Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ҡатындың финанс учреждениелар алдында бер ниндәй бурысы ла булмаған. Әммә улының кредиты өсөн бар яуаплылыҡ уның иңенә төшкән.

Ауыл ерендә һыйырһыҙ ҡалыу - ризыҡһыҙ ҡалыуға тиң. Мал барҙа һөтө лә, ҡаймағы ла - үҙеңдеке. Тик Әлмира Нурмөхәмәтованың был бәхетен тартып алғандар. Бына нисәнсе көн инде аҙбар буш тип ҡайғыра ҡатын. Бесән эшләү мәшәҡәте лә тиккә генә булған. Ханым яҡшы белә - бар ғәйеп кинйә улында. Былтыр 23 йәшлек егет кредитҡа телефон алып, түләүҙән ҡасып йөрөгән. Хатта, башҡа районға күсенгән, шуға ҡармаҫтан даими теркәлеү урыны буйынса ул әсәһенең йортонда йәшәй тип иҫәпләнә. Башта коллекторҙар был адресҡа белдереү ҡағыҙҙары ебәрә, шылтыра, артабан үҙҙәре лә «ҡунаҡҡа» инеп сыға. Нурмөхмәтовтарҙы йорттоң газын, утын һүндереү, ерҙе тартып алыу менән янайҙар. Бурысты ҡаплатыуға һыйырҙы һайлайҙар. Малды алып китер өсөн, хатта, көтөү ҡайтҡанын күҙәтеп торалар. Был осраҡ шаһиттары әле һаман аптырауҙа йөрөй.
Бер йыл эсендә ун мең һумлыҡ кредит өс тапҡырға артҡан. Кем түләй?! Коллектор агентлығы вәкилдәре бурыслы егеттең бар йөкләмәһен әсәһенә тапшыра. Был законһыҙ эшмәкәрлек. Һыйырҙы алып китеү хаҡында расписка ҡалдырылған. Әммә документта малдың хужаһы Әлмира Нурмөхәмәтованың ҡултамғаһы түгел, икенсе улының ризалығы тора. «Оло йәшкә еткәс, балаларым хафаға һалды»- ти ҡатын. Хәҙер был ҡағыҙ биттәре менән нимә эшләргә?! Бер ниндәй гарантия ла юҡ.
Өфөлә урынлашҡан «Бурыстарҙы йыйыу агентлығы» етәкселеге был осраҡты иңҡар итә. Йәнәһе лә, барыһы ла ризалыҡ буйынса башҡарылған. Мал-тыуарға уларҙың бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.
Игорь Амплев, «Бурыстарҙы йыйыу агентлығы»ның Өфө вәкиллеге етәксеһе: «Был хаҡта мәғлүмәт ҡуйыртылған. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр  һыйырҙы алып китмәгән. Офисыбыҙҙы ҡарап сыҡһағыҙ була, бында мал юҡ. Әлеге көндә барлыҡ материалдар ҙа  тикшереү органдарына тапшырылған».
Кемгә ышанырға, әммә коллекторҙар  мал-тыуар хаҡында һүҙ сығарғас, Әлмира Нурмөхәмәтова быҙауымды йәшерә һалдым, ти. Хәҙер ҡатындың бер йыуанысы ғына бар. Өҫтәп, һыйыр алырға кәрәк. Хәйер, бурыс батшаһына әйләнгән улы  әсәһенә ярҙам итергә вәғәҙәләй. Хоҡуҡ белгестәре иһә коллекторҙарҙың законһыҙ эш итеүе күҙ алдында тип белдерә.
Коллекторҙар килеп, баҫым яһап, төрлө саралар ярҙамында ҡурҡытып, милеккә дәғүә белдерә башлай икән, тимәк, был законға ярашлы башҡарылмай. Кеше хоҡуҡтары боҙолорға тейеш түгел.
Шулай ҙа еңел аҡса артынан ҡыуыусылар күп осраҡта үҙҙәре лә ғәйепле. Сөнки алдан уйламайынса кредит алып, артабан һыйырһыҙ ғына түгел, мөлкәтһеҙ ҡалырға ла мөмкин. Ни тиһәң дә, бурысты ваҡытында ҡайтарырға кәрәк.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика