Коллекторҙар эшмәкәрлеге контролгә алынасаҡ

Коллекторҙар эшмәкәрлеге  контролгә алынасаҡ 27.08.2015

Башҡортостан парламенты бурыстарҙы ҡайтарыуға махсуслашҡан хеҙмәт эшен закон сиктәренә индереү яҡлы. Юғиһә, улар туҡһанысы йылдарҙағы рекетирҙарҙы хәтерләтә башланы, ти депутаттар. Быға халыҡ һайланыусыларын Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән хәл этәргән. Унда улының банкка булған бурысы өсөн оло йәштәге ханымдың һыйырын алып киткәйнеләр.

Малҡай Әлмира Нурмөхәмәтованың берҙән-бер килем сығанағы булған. Әммә коллекторҙарҙы оло йәштәге кешенең хәле ҡыҙыҡһындырмай. Улының утыҙ меңгә яҡын бурысы өсөн һыйырҙы алып та китәләр. Ләкин банктың бурыстарҙы ҡайтарыу хеҙмәте был ҡылығын танымай.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, был башбаштаҡлылыҡ кеше талау тип баһалана. Коллекторҙар хеҙмәтенә бындай хоҡуҡтар бирелмәгән. Ғөмүмән, илдә бурыстарҙы ҡайтарыусы хеҙмәттәр эшмәкәрлеге закон менән көйләнмәгән. Улар бирәсәге булғандарға ниндәй генә алымдар ҡулланмай. Һуңғы йылдарҙағы иҡтисади хәлде иҫәпкә алғанда, финанс ойошмаларға бурыстар тағы ла артыр, тип фаразлана. Ул осраҡта коллекторҙар эше тағы ла йәнләнәсәк. Уларҙы закон нигеҙендә ауыҙлыҡламағанда Әлмира Нурмөхәмәтова кеүек хәлдә ҡалыусылар күп буласаҡ, тигән фекерҙә депутаттар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку