Кисә төштән һуң яуа башлаған  ҡарҙан һуң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле эш режимына күсерелде 20.12.2014

Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә дауам итте.

Эшкә Өфөлә генә 300 берәмек махсус техника йәлеп ителде.  Улар ҡаланан ситкә йөҙҙәрсә тонна ҡар сығарҙы.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре 400-ҙән ашыу транспорт сараһы менән тәьмин ителгән. Улар иңенә Өфөнөң яҡынса 30 процент майҙанын, башлыса юлдарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы ҡарҙан таҙартыр бурысы һалынған. Йорт алдарын иһә идарасы ойошмалар таҙартырға тейеш. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙ эшенә һүлпән ҡараған арендаторҙар һәм милекселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика