Кисә Өфө ҡалаһында йәшәүселәр ҡойма ямғыр ҡамауында ҡалды

Кисә Өфө ҡалаһында йәшәүселәр ҡойма ямғыр ҡамауында ҡалды 23.06.2017

Ҡайһы бер райондарҙа борсаҡ яуыуы, юлдарҙың һыу аҫтында ҡалыуы күҙәтелде. Атап әйткәндә, Дәүләкән урамында ысын мәғәнәһендә шарлауыҡ барлыҡҡа килде. Ярһыулы ямғыр һыуҙары балалар майҙансығы эргәһенән Сипайлово биҫтәһе яғына аҡты.

Шулай уҡ Черниковка урамдары ла һыу аҫтында ҡалды. Ярты сәғәт самаһы ҡойған ямғыр һөҙөмтәһендә автомобиль капоттары бейеклектә күләүектәр йыйылды. Был  транспорт хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы.  
Шулай уҡ көслө дауыл ағастарҙы ла ҡолатҡан. Һынған йүкәләрҙең береһе электр сымдары өҫтөнә төшкән.  Ғәҙәттән тыш хәл Нижогородка биҫтәһендә теркәлгән. Сиған яланында ҡоторған көслө ел шәхси йорттоң ҡыйығын һәм теплицаны емергән. Әле күрелгән зыян күләме иҫәпләнә.  
Бер үк ваҡытта синоптиктар бөгөн йылы һауа торошо, көндөң  24 градусҡа тиклеп йылытыуын фаразлай. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыр тип көтөлә. Ел көнбайыш, төньяҡ-көнбайыштан тиҙлеге секундына 17 метрға етер тип күҙаллана.
  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика