Килемле шөғөл

Килемле шөғөл 08.02.2016

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Фирғәт Истәков буш ваҡытында семәрле ҡапҡа, тәҙрә ҡапҡастары, рәшәткәләр эшләй. Балта оҫтаһының даны тирә-яҡта киң таралған. Шуға ҡарамаҫтан, тарих уҡытыусыһы тәү сиратта табыш өсөн түгел, күңел тыныслығы өсөн ижад итә.

Ҡул оҫтаһы Фирғәт Истәковтың йорто ауылда башҡа йорттарҙан айырылып тора. Һәр кем был йорттоң тәҙрә ҡапҡастары, ишек ҡапҡаларының һырлап,семәрләп эшләнеүенә иғтибар итер. Сөнки бөгөн күптәр заманса тәҙрәләрҙе үҙһенеп, әүәлге балта оҫталарың эшен ситкә ҡалдыра. Тынғыһыҙ мәктәп тормошонан буш ваҡыт табып, тарих уҡытыусы үҙ оҫтаханаһында ҡапҡаларҙы, тәҙрә ҡапҡастарын, баҡса рәшәткәләрен биҙәкләп эшләү шөғөлөн килем сығанағына әйләндергән. Бөгөн заказдар  урындан һәм күрше райондарҙан ҡабул ителә.
Ҡапҡаларға биҙәк, уның төҫө - һәр кемдең теләге буйынса әҙерләнә. Былар барыһы ла заманса материал - профлисттан яһала. Ағастан яһалған биҙәктәрҙең төҫө тиҙ уңа, уны даими буяп, яңыртып тороу кәрәк, шуға ла заман материалына өҫтөнлөк ҙур,тип белдерә оҫта. Биҙәктәр башлыса башҡорт орнаменттарына ҡайтып ҡала.   Бынан тыш ҡул оҫтаһы гипстан да әйберҙәр яһай. Былар барыһы ла ҡул көсөн талап итә.  
Истәковтар ғаиләһендә был шөғөл атанан улға күсеп килә, шуға күрә оҫтаға тәүге ярҙамсыхы ла уның улы. Киләсәктә Фирғәт Истәков ҡурайсы, бейеүсе һәм башҡа башҡорт рухын һынландырған бәләкәй скульптуралар яһауға ныҡлап тотонорға уйлай. Әлбиттә, бай фантазияңа таянып тыуған биҙәктәрҙе оҫта килем өсөн генә яһамай, ә тәү сиратта  күңел тыныслығы өсөн башҡара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку