Киләсәккә аҙым 14.08.2014

Шишмә  районының  инвалидтар  ассоциацияһы  Санкт-Петербургта  уҙған халыҡ-ара ижади  конкурста беренсе  дәрәжә диплом яуланы.

Берекмәлә ике йылдан  ашыу мәрйендән төрлө  биҙәүестәр, һындар үреү түңәрәге эшләй.  Мөмкинлектәре сикләнгән  балалар унда  ихлас шөғөлләнә. Камилә Йәнбарыҫова түңәрәккә бер туған апаһы менән йөрөй. «Киләсәккә аҙым» ижади конкурсына ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡул эштәрен, йыр, бейеү номерҙары әҙерләй.
Камилә Йәнбарыҫова, конкурста беренсе дәрәжә диплом яулаусы: «Беҙгә конкурстан тыш, Санкт-Петербург ҡалаһы буйлап экскурсия ла ойошторҙолар. Бик оҡшаны. Эрмитажда бөйөк шәхестәрҙең кейеме иҫемдә ҡалды. Конкурстарҙа киләсәктә лә ҡатнашыр инем».
Түңәрәк ағзалары ойоштороусыларға үҙҙәренең эштәре һәм ижади номерҙары менән видеояҙманы декабрҙә үк ебәрә.  Һуңынан уларға Санкт-Петербург ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙы килә. Балалар бәйгегә етди әҙерләнә. Финанс яғынан ассоциацияға шәхси эшҡыуарҙар ярҙам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика