Киләһе йылдың ғинуарынан халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе яңы ҡануниәт буйынса эшләй башлай

Киләһе йылдың ғинуарынан халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе яңы ҡануниәт буйынса эшләй башлай 07.10.2014

Закон социаль эшҡыуарлыҡ өсөн «йәшел ут» аса тиергә лә мөмкин. Быға тиклем социаль хеҙмәттәрҙе тик дәүләт һәм муниципаль органдар ғына күрһәтә алһа, киләһе йылдан был эшкә коммерция ойошмалары менән шәхси  эшҡыуарҙар ҙа тотона  аласаҡ. Дәүләт иһә  күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе финанслау менән шөғөлләнәсәк.

Сәғит Мөьминов республиканың мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәгенә тәүге тапҡыр килгән. Үҫмерҙәр менән бер рәттән ул да яңы һөнәр үҙләштерергә мәжбүр. Быға уны яҙмыш һынауы этәргән. Утыҙ йыл буйы төҙөлөш ойошмаһында балта оҫтаһы булып эшләгән Сәғит бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында инвалид булып ҡала.

Реабилитация үҙәгендә Сәғит тал сыбығынан төрлө әйберҙәр ишеү серҙәренә өйрәнә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәре өсөн был кәсеп аҙ ғына булһа ла килем алыу сығанағы.

Реабилитация үҙәгендә йылына мең ярымға тиклем кеше һөнәри әҙерлек үтә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Уларҙың һәләтенә ҡарап, тәрбиәселәр һөнәр тәҡдим итә. Эш биреүселәр, уҡыу йорттары менән бәйләнештәр булдыра.

Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе тормош шарттарына яраҡлаштырыу үҙәктәре эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Ләкин бындай учреждениелар, ғәҙәттә, иғтибарҙан ситтә ҡала. Таушалған биналар, заман талаптарынан күпкә артта ҡалған матди-техник база ла ошо хаҡта һөйләй.

Бындай социаль объекттарҙы арттырыу мәсьәләһе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин ойошторған видеоконференцияла ла ҡаралды. Киләһе йыл илдә был йәһәттән яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, социаль учреждениелар төҙөү, хеҙмәтләндереү шәхси ҡулдарға күсергә тейеш.

Максим Топилин, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Һуңғы йылдарҙа социаль объекттар төҙөлөшөнә федераль үҙәктән ярҙам бик аҙ күрһәтелә ине. Киләһе йылдан ҡаҙнала бының өсөн байтаҡ ҡына сығымдар ҡаралған. Ләкин был аҡсалар туранан-тура йүнәлтелмәй. Ул шәхси эшҡыуарҙар, инвесторҙар йәлеп итеп, социаль объекттар төҙөргә теләүсе төбәктәргә субсидия рәүешендә бүленә».

Яңы закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. Был барлыҡ социаль учреждениелар ҙа үҙ аллы тормошҡа күсә тигәнде аңлатмай. Эш эҙмә-эҙлекле ойоштороласаҡ һәм ул тәүҙә Башҡортостан тәжрибәһендә һынау үтә.

А.Кәбиров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку