Киләһе йылдың 1-се июленән йәйәүлеләр төнгө эңерҙә өҫтөнә ут яҡтыртыусы кейем кейергә бурыслы булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде

Киләһе йылдың 1-се июленән йәйәүлеләр төнгө эңерҙә өҫтөнә ут  яҡтыртыусы кейем кейергә бурыслы булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде 04.12.2014

Уға ярашлы, төндә йөрөүселәр фликерҙар йә махсус ялтырауыҡтар тегелгән кейем кейергә тейеш.  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы вәкилдәре был үҙгәреш юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк тигән фекерҙә. Ә бына Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүселәр был ҡағиҙәне өс йыл элек үтәй башлаған.  

Төнгө эңерҙә йыш ҡына автоһәүәҫкәрҙәр ҡапыл юлға килеп сыҡҡан балаларҙы абайламай ҡала. Бәхетһеҙ осраҡты кисектерергә уҡыусының кейеменә йәбештерелгән фликерҙар ярҙам итә. Шамонин ауылы урта мәктәбендә уҡыусылар ут яҡтыртыусы кейем кейеп йөрөй. Мәктәп уҡытыусылары ата-әсәләрҙе иҫкәртеп был ҡағиҙәләрҙе балаларҙың көндәлектәренә лә яҙып ҡуйған.
Ата-әсәләр ҡағиҙәләргә ҡаршы килмәй. Ауылдың күп кенә урамдарына ут юҡ, юлдар тар. Шуға ла балаларҙың һәр береһенең тиерлек кейеменә фликерҙар тегелгән.
Шулай ҙа ут яҡтыртыусы кейемдәрҙең әһәмиәтен аңлап етмәгән ата-әсәләр ҙә бар.
Хәҙерге заманда утты яҡтыртыусы туҡыма элементтарын  һәр кейемдә осратырға мөмкин. Кейемгә тегелмәгән осраҡта уны айырым һатып алырға була. Сауҙа үҙәктәрендә күңелеңә ятҡанын табырға мөмкин. Инспекторҙар балаһының  хәүефһелеге өсөн борсолған ата-әсәләр  иҫкәртеүгә һәм күңелһеҙ статистикаға ҡолаҡ һалыр тигән теләктә.
Йыл башынан республика юлдарында 19 баланың ғүмере өҙөлгән, 341-е йәрәхәтләнгән. Юл инспекторҙары билдәләүенсә, күңелһеҙ статистика ғәҙәттә ҡыш тулылана. Фликерҙарҙың хаҡы ни бары 120 һум. Ә баланың ғүмере бөтә нәмәнән дә ҡәҙерлерәк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку