Киләһе йылдарҙа баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә төҙөкләндереү эштәре йәйелдереләсәк

Киләһе йылдарҙа баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә төҙөкләндереү  эштәре йәйелдереләсәк 15.10.2015

Мәғлүм булыуынса, быйыл йәй Өфөлә үткән күләмле саммиттар алдынан төп иғтибар ҡаланың көньяҡ өлөшөнә бүленде. Алдағы өс йылда төньяҡ өлөштә лә транспорт артерияһы һаналған юлдарҙы ремонтлау буйынса етди эштәр ҡаралған. Әле Калинин районындағы Интернационал урамында яңы юл һалына. Элек водителдәргә был урынды үтеү ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, хәҙер юл 21 метрға киңәйтелгән. Ҡала халҡы был яңылыҡҡа шат.  

Әлеге мәлдә асфальт юлдың тәүге ҡаты түшәлгән. Юл буйлап 98 яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылған. Тротуар, бордюр һәм йырындар эшләнә. Яҡын арала бында икенсе ҡат асфальт түшәләсәк. Юлдың уртаса оҙонлоғо ике километрға етә. Төҙөкләндереү эштәре йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика