Киләһе ике йылда Башҡортостандың сүп-сар эшкәртеү тармағын ҙур үҙгәрештәр көтә

Киләһе ике йылда Башҡортостандың сүп-сар эшкәртеү тармағын ҙур үҙгәрештәр көтә 19.05.2015

Республикала йүнәлеште етәкләйәсәк төбәк операторы барлыҡҡа киләсәк.

Был турала Дәүләт Думаһының тәбиғәтте һаҡлау һәм экология комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Иван Никитчук ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә һүҙ барҙы. Мәскәү ҡунағы билдәләүенсә, бөгөн Рәсәйҙең көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында 900 миллиард тонна самаһы сүп-сар тупланған. Улар ҙур майҙандарҙы биләй. Бынан сығып, сүп-сар эшкәртеүҙең тулы циклын булдырыу көн талабы. Әлегә бындай комплекстар Республикала ғына түгел, илдә лә һирәк осрай. Ғәҙәттә, эш сүп-сарҙы сортлау үҙәктәрен булдырыу менән генә сикләнә. Иван Никитчук әйтеүенсә, республикала экология мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә.
Иван Никитчук, Дәүләт Думаһының тәбиғәт ресурстары, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: «Бөгөн Рәсәйҙә көнкүреш ҡалдыҡтарының 90-95 проценты күмелә. Сағыштырыу өсөн, үҫешкән илдәрҙә сүптең 15 процентынан башҡаһы тулыһынса эшкәртелә. Сөнки ҡалдыҡтар үтә лә ҡиммәтле сеймал».
Инвестиция комитеты тикшереүе үткән проектҡа ярашлы, республиканы 8 кластер зонаһына бүлеү тәҡдим ителә. Һәр береһендә сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса комплекс ойоштороу күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн шәхси инвесторҙар йәлеп ителә. Ә инде уларҙың эшен төбәк операторы контролдә тотасаҡ. Үҙгәрештәр тармаҡта әле эшләп килгән ойошмаларға ла файҙалы булыр тип көтөлә.
Рөстәм Ғәбитов, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы директоры:
«Бөгөн республикала 43 полигон бар. Проект тормошҡа ашҡас тағы һигеҙ көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводтары барлыҡҡа килһә, беҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку