Киң йәмәғәтслек оло юғалтыу кисерҙе

Киң йәмәғәтслек оло юғалтыу кисерҙе 25.08.2015

Өфөлә билдәле балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған  уҡытыусыһы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты,СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы  Рәсимә Ураҡсина менән хушлаштылар. Уға  тиҙҙән 65  йәш тулған булыр ине.

Уны һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр араһында яҡындары, туғандары, уҡыусылары... Һәр береһе күңел түренән сыҡҡан йылы хистәрен еткерә.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищеһында  эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иҫтә ҡалырлыҡ сағыу дәрестәре, эшендә яңы алымдарҙы ҡуллана алыуы менән айырылып торҙо. Әммә  һис ҡасан да тынғылыҡ белмәүсе шәхес киң   йәмәғәтселек араһында балалар яҙыусыһы булараҡ киңтанылыу алды. Башҡорт әҙәбиәтендә ул баласаҡ хозурлығын дауам иттереүсе булараҡ яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Алдынғы ҡарашлы педагог яҙыусылыҡ эшен дә, уҡытыусылыҡ йөгөн дә тигеҙ тарта. Балалар зауығына тура килерҙәй «Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа», «Тәмле, тәмле, тәмлекәс»,
«Йоморо-йоморо Ер шары» китаптарын нисә быуын балалары яратып уҡый, ятҡа һөйләй. Өлгөр ҡатын үҙенең күҙәтеүҙәренән сығып, «Башҡорт балалар әҙәбиәтен формалашиырыуҙа фольклорҙың роле» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Рәсимә Ураҡсина фән юлын һайлаусы йәштәргә өлгө булып тора.
Һәләтле кеше бөтә өлкәлә лә һәләтле. Рәсимә Ураҡсина үҙе лә баҡса тултырып гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Тормошта синыфташтары уға ихлас, ябай, ярҙамсыл булғаны өсөн тартылып йәшәй.
Рәсимә Ураҡсина   уҡытыусылыҡ эшен дә Хоҙайҙан бирелгән таһыллыҡ һәм еңеллек менән башҡара. Щепкин исемендәге театр училищеһы студенттарын ул  "Инә бөркөт" кеүек ҡурсалай.
Рәсимә Ураҡсина һүҙҙәренә 40-тан ашыу йыр ижад ителгән. Сибай балалар һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры менән дә ул тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. Был сәхнәләрҙә уның әҫәрҙәре ҡуйылған. Донъя классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға  уңышлы тәржемә иткән ижадсының хеҙмәте  сәнғәт даирәһендә лә лайыҡлы баһаға эйә.
Рәсимә  Ураҡсина Өфөнөң көньяҡ зыяратында һуңғы төйәген тапты. Балалар яҙыусыһы, яҡшы кеше, оло йөрәкле уҡыутыусы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку