Киҙеү йәштәрҙе ҡурҡытмай 25.01.2016

Киреһенсә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетында  белем алыусы студенттар бөгөн профессорҙары менән футбол уйнарға сыҡты.

Команда ҡапҡасыһы булараҡ, Рәил Әсәҙуллин, бер тупты ла индермәҫкә тырыша. Студенттар командаһы ла  уҡытыусыларына ҡаршы уйнауға ҡарамаҫтан, бер-бер артлы мәрәйҙәр йыя. Татьяна көнө уңайынан улар ҙа командаһында тик Татьяналар ҡатнаша.  «Профессорҙар» иһә  туп тибеүҙә тәжрибәлерәк  булып сыҡты,  команда составында Рәсәй чемпиондары уйнауыла уңыш килтерҙе.
Юғары уҡыу йорто алдында йөҙәрләгән студент йыйылды. Улар төрлө әкиәт геройҙары менән фотоға төштө, уйындарҙа ҡатнашты. Сәй менән тәмлекәстәр өләшкән өҫтәл тирәһе ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләтте. Һәр кем университет эмблемаһы төшөрөлгән торт менән ваҡ бәлеште тәмләп ҡарарға ашыҡты.
Байрам көндө юғары уҡыу йортонда  Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владислав Пеговтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссам үҙе лә Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Студенттар уның менән аралашып ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.
Владислав Пегов, Башҡортостан рәссамдарының  ижади союзы президенты: «Күргәҙмәнең төп темаһы - үҙ-үҙеңде эҙләү. Кеше һәр ваҡыт маҡсаттарына ирешергә ынтылырға, бер урында тапанмаҫҡа тейеш. Был күргәҙмәм үҙем белем алған юғары уҡыу йортонда  тәүгеһе. Ул бер нисә аҙна дауам итәсәк. Картиналарым студенттарға оҡшар, тип ышанам».
Студенттар ҡаласығы төнгә ҡәҙәр   гөрләп торасаҡ. Өфө дәүләт авация техик  университеты ла уҡыусылар өсөн бай программа әҙерләгән. Бында студенттар төрлө квестарҙа, викториналарҙа ҡатнашып, бүләктәр отто. Иң әүҙемдәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Һәм әлбиттә, байрамдың иң тәмле өлөшө - ҡоймаҡтар менән һыйлау һәр кемгә хуш килде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика