Хыялдар тормошҡа аша!

Хыялдар тормошҡа аша! 25.05.2015

Бөрөнөң балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Пекинды күреп ҡайтты. Ҡытай халыҡ республикаһының баш ҡалаһында ҡыҙҙар-малайҙар бер аҙна ял итте. Онотолмаҫлыҡ сәйәхәт Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәйриә фондтары ярҙамында ойошторолған.

Пекинға барыу бәхете Бөрө балалар йортоноң һигеҙ тәрбиәләнеүсеһенә эләккән. Алдынғы уҡыусылар, спортсылар, бейеүселәр ете көнлөк сәйәхәттән оло ҡыуаныс менән ҡайтты. Бигерәк тә уларҙы Ҡытай стенаһы, урындағы зоопарк хайуандары һоҡландырған.
Эмиль Тажетдинов, Бөрө балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе: «Бер нисә көн эсендә ҡытай таяҡсалары менән ашарға өйрәндек. Сит телдең тиҫтәләп һүҙен ятланым. Футболсы булараҡ миңә Олимпия ауылы оҡшаны, Пекинда мәртәбәле уйындар 2008 йылда үткән».
Был сәйәхәткә тап Бөрө балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең һайлап алыныуы юҡтан түгел. Социаль учреждениела футбол менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Былтыр урындағы «Спартак» командаһы уйынсылары Лондонды ла күреп ҡайтҡайны. Пекинда малай-ҡыҙҙар өсөн бай мәҙәни программа ойошторола. Төрлө экскурсияларҙа йөрөүҙән тыш, Рәсәй, республика вәкилдәре урындағы хәйриә фонды ағзалары менән осрашып, килешеүҙәр төҙөй.
Ольга Вахитова, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды вәкиле: «Ҡытай балалар фонды менән рәсми осрашыуҙа ҡыҙҙар-малайҙар сит ил халҡын Башҡортостан мәҙәниәте, милли бейеүҙәр менән таныштырҙы. Шулай уҡ  хәйриә фондтарының үҫеш проблемалары ла ҡаралды».
Пекинға Рәсәй буйынса нәҡ Башҡортостан вәкилдәренең барыуы ШОС һәм БРИКС самиттарының Өфөлә үтеүенә бәйле. Былтыр Рәсәй менән Ҡытай балалар фондтары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Делегациялар менән алмашып, мәҙәни программалар ойоштороуҙан тыш, ауырыу балаларға ярҙам итеү тәүге урынға ҡуйыласаҡ.
Альберт Лиханов, Рәсәй балалар фонды рәйесе: «Наша практика состоит в другом. Мы подписали соглашение с китайскими клиниками для детей. Мы ориентируемся прежде всего на помощь детям России, которые больны ДЦП. Эта работа уже началась. Наши дети уже там находятся».
Әйткәндәй, май аҙағында Башҡортостанға Ҡытай делегацияһының килеүе көтөлә. Һигеҙ бала баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Тәүге экскурсия Нестеров исемендәге музейҙа үтә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку