Хыял тормошҡа ашҡанда

Хыял тормошҡа ашҡанда 06.07.2015

Бөгөн баш ҡаланың Ҡояшлы биҫтәһендәге өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусы тыл ветераны Әғнәм Ғәлимовҡа фатир асҡысы тапшырылды. Торлаҡ проблемаһы Өфө ҡала хакимиәтендә эшләгән махсус программа буйынса хәл ителде..

Тыл ветераны Әғнәм Ғәлимовтың шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Һикһәнде уҙған уҙаман, ниһайәт, хыялдағы фатирын туйлай. Заман уңайлыҡтары менән йыһазландырылған торлаҡ шарттарынан да бигерәк, хәҙер йәшәр урыным булды тип һөйөнә ул.
Әғнәм Ғәлимов бынан биш йыл элек тап ошо йорттан торлаҡ һатып ала. Тыл ветераны әйтеүенсә, фатир 13 ҡатта урынлашырға тейеш була. Әммә күренеүсә, йорт төҙөлгән, тик 12 ҡатта туҡтап ҡалған. Быға идарасы компанияның банкрот иғлан итеүе сәбәпсе була. Һөҙөмтәлә өлөшләтә төҙөүселәр тишек кәмәлә ултырып ҡала, миллионлап аҡса күккә оса.
Баҡалы урамындағы өс йорттан фатир алыу өсөн барлығы 730 ғаилә  килешеү төҙөй. Улар төҙөлөштө алып барыусы ойошмаға йәмғеһе 1 миллиард 700 мең һум  самаһы аҡса индерә. Өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға үҙ фатирҙарын 10 йыл самаһы көтөргә тура килә. Һөҙөмтәлә республика етәкселеге ярҙамы менән хыялдағы торлаҡ сафҡа инә. Әммә юғары ҡаттарҙа фатир алған тағы ла 177 ғаилә  алданыусылар исемлеген тулыландыра. Улар араһында Әғнәм Ғәлимов та була. Тыл ветераны ғүмер буйы йыйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Фатир төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар проблемаһы ҡала хакимиәтендә эшләгән махсус программа буйынса хәл ителә.
Антон Солтанов, Өфөнөң «Заказсы хеҙмәт һәм техник күҙәтеү» муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе: «Беҙҙең хеҙмәт 2013 йылдан бирле эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Баҡалы урамында төҙөлөш ойошмаһы төҙөп бөтмәгән ике йортто сафҡа индерҙек. Әле махсус программа буйынса юғары ҡаттарҙа өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар мәсьәләһе буйынса эш дауам итә».
Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар мәсьәләһен хәл итеү буйынса ҡала хакимиәтендә эшләгән махсус программа тик бының менән сикләнмәй. Ойошма һауалағы фатирҙарға ымһынып зыян күреүселәрҙең проблемаһын ике-өс йыл эсендә тулыһынса хәл итергә ниәтләй.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку