Хуш киләһең, ҡоролтай! 07.11.2015

Өфөнөң  Совет һәм Дим райондарында милли йәмәғәт ойоошмаһының отчет-һайлау йыйылыштары үтте. Унда уҙған осорға йомғаҡ яһалды, 21 ноябрҙә үтәсәк ҙур йыйынға делегаттар һайланды.

Совет районы ҡоролтайы делегаттарын Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы фойеһында милли  костюмдарҙағы ҡурайсылар төркөмө ҡаршылай. Улар барыһы ла мәктәп  уҡыусылары.  Конференцияға 200-ҙән ашыу делегат йыйылды.    
Гөлфиә Янбаева, Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары: «Үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙҙең ҡулға алайыҡ. Беҙҙең өсөн берәү ҙә килеп эшләмәйәсәк. Әгәр ҙә һин үҙеңдең ғаиләңдә туған телеңдә һөйләшмәйһең, ғәиләңдә башҡорт балалары үҫтермәйһең икән, һин, әлбиттә, милләтеңде дауам итмәйһең, һин, әлбиттә, милләтте үҫтерә алмайһың. Бына шуны беҙ һәр милләт кешеһенең аңына һалырға тейешбеҙ тип уйлайым».
Быйылғы Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына кәмендә  30 процент делегат йәштәр араһынан һайланасаҡ тип билдәләй ултырышта ҡатнашыусылар. Милли хәрәкәткә яңы көстәр, яңы һулыш кәрәк, тип аңлата улар был ҡарарын.
Әмир Ишемғолов, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе: «Күп кенә илдәр беҙҙең Рәсәйҙе тарҡатырға, милләт араһында конфликт тыуҙырырға, экономик кризистар яһап халыҡтың тормошон ауырайтырға төрлө лозунгалар менән халыҡты урамға сығарырға тырышалар. Беҙ уларға бирешергә тейеш түгелбеҙ. Киреһенсә, был ваҡытта беҙ берҙәм булырға, башҡа милләт менән бергә эш итергә тейешбеҙ».
102-се һанлы Башҡорт гимназияһында иһә Дим районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Уҙған осорҙағы эшмәкәрлеккә байҡау яһағандан һуң киләһе ҡорға делегаттар һайланды. Дим биҫтәһендә милли мәнфәғәттәр һағында тороусы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре бүләкләнде.
Кинйә Күскилдин, «Урал батыр» милли туроператоры етәксеһе:  «Биш йылға бер үтә торған башҡорт ҡоролтайына әҙерлек эштәре бара. Милләттең киләсәге тураһында, телдең, мәҙәниәттең ниндәй юҫыҡта бара икәнлеген, йәштәрҙең проблемалары, улар Башҡортостанда ҡалһындар, эшләһендәр өсөн ниндәй шарттар тыуҙырырға тигән һорауҙарҙы күтәрҙеләр сығыш яһаусылар».
4-се ҡоролтай  ҡатмарлы халыҡ-ара үҙгәрештәр барған осорға тура килде. Илебеҙҙә эске берҙәмлеккә ихтияж ҙурлығы көн кеүек асыҡ. Шуға ла киләһе йыйында милли асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, Рәсәй дәүләтселеген нығытыу мәсьәләләренә етди иғтибар биреләсәк. Делегаттар 2025 йылға тиклем иҫәпләнәгән Рәсәй милли сәйәсәте стратегияһына ла үҙ ҡарашын белдерергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика