Хеҙмәтенә күрә хөрмәте 12.07.2014

Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын  тапшырҙы. Төрлө тармаҡ белгестәре,  үҙ һөнәрендә уңыш ҡаҙаныусы 50-гә яҡын кеше орден-миҙалдар, юғары исемдәр, Рәсәй һәм Башҡортостан Президенты исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, фән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусы, шахтер, журналистар бар. Уларҙың һәр береһе яратҡан һөнәренә тиҫтәләрсә йыл ғүмерен бағышлаған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән төбәк  үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Тармаҡ алдынғыларын ҡотлап, Рөстәм Хәмитов, һеҙ республиканың  ғорурлығы, һәр коллективтың ынйы ташы, һәр кемгә өлгө булырҙай хеҙмәткәрҙәр, тип билдәләне.  
Бүләкләнеүселәр араһында «Рәсәй» телеканалының Башҡортостандағы корпункты журналистары - хәбәрсе  Азамат Сәлихов менән оператор  Сергей Шелепин да бар. Украинаға командировка ваҡытында һөнәри бурыстарын башҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн улар Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.  Өфө корпунктының ижади төркөмө Донецк ҡалаһында ошо йылдың апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем эшләп, тамашасыларға ундағы хәүефле хәлдәр тураһында тулы мәғлүмәт еткереп торҙо.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Тамыр» телеканалы мөхәррире Рәзилә Салауатоваға  «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.  Тамашасыға ул балалар өсөн «Сәңгелдәк» тапшырыуы алып барыусыһы, «Артылыш», «Тайтулаҡ» тапшырыуҙары мөхәррире булараҡ яҡшы таныш. Бөгөн ул Башҡортостан юлдаш телеканалында сыҡҡан «Ғәләмәт донъя» һәм Юлдаш радиоһында «Кластан тыш» тапшырыуҙары мөхәррире.
Рәссам, бейеүсе, ташсы. 47 награда артында  тиҫтәләрсә йылдар менән иҫәпләнгән фиҙәҡәр хеҙмәт. Ҡул көсө талап ителгән эш булһынмы, фән өлкәһеме, дәүләт наградаһына фәҡәт тырыштар һәм уңғандар ғына  лайыҡлы була.
Тантананан бүләкләнеүселәр күтәренке кәйеф менән таралышты. Хеҙмәт уңыштары өсөн тапшырылған лайыҡлы награда һәр кемгә оло яуаплылыҡ та өҫтәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика